Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 10:24

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө туҡтамаясаҡ

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттар планға ярашлы төҙөлә. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда ошондай 16 объект төҙөлгән. 1100 яңы уҡыу урыны булдырылған, шулай уҡ балалар баҡсаларында – 1140 урын. 2022 йылда беҙҙең төбәктә 500 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 

“Беҙ 2021 йылда өлгәшелгән төҙөлөш темпын һаҡларға, милли проекттарҙың һәм дәүләт программаларының маҡсаттарын үтәргә ынтылабыҙ. Төҙөлөш башланған һәм сафҡа индерелгән объекттарҙы финанслау һаҡланып ҡала”, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2022 йылда республикала 500 урынлыҡ өс балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Улар Өфөләге Кузнецов Затоны биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында һәм Салауат районының Янғантау ауылында урынлашҡан.

Республикала мәктәптәр төҙөү һәм белем усаҡтарын капиталь ремонтлау эштәре дауам итә. 2022–2026 йылдарҙа Башҡорт­останда дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Уға республиканың 365 мәктәбе ингән. 2022 һәм 2023 йылдарҙа ғаризаға 40 муниципаль берәмектең 103 бинаһы индерелгән. 2022 йылда республикаға төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған сығымдарҙы ҡаплау өсөн федераль бюджеттан 2,940 миллиард һум субсидия бүленгән. 2023 йылда субсидияларҙың суммаһы 1,143 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан был программа буйынса 2023 йылға өҫтәмә объекттар һайлап алыуҙа ҡатнаша, икенсе этап ғаризаһына 95 мәктәп бинаһы индерелгән.

Шулай итеп, ике йылда дөйөм суммаһы 9,982 миллиард һумлыҡ 198 мәктәп бинаһын яңыртыу күҙаллана (федераль бюджеттан – 8,385 миллиард һум һәм республика ҡаҙнаһынан – 1,597 миллиард һум).

Мәктәп биналарында төҙөкләндереү эштәренең беренсе этабы башланған да инде. Комплекслы капиталь ремонт үткәреүҙең өҫтөнлөгө шунда: ул эштәрҙең бөтә төп төрҙәренә ҡағыла. Һөҙөмтәлә мәктәп өр-яңы төҫ ала һәм кәрәкле йыһаз менән тәьмин ителә. Республикала пилот проекты формаһында бындай тәжрибә 2020 йылда бюджет аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырылған: ул саҡта һигеҙ мәктәп бинаһы ремонтланған. Ике йылда республикаға 198 объектҡа 8,385 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү көтөлә. 

Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса белем биреү учреждениелары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү һәм ремонтлау графикка ярашлы бара. Санкцияларға ҡарамаҫтан, сығымдар тулы күләмдә бүленгән, төҙөлөш материалдарына һәм ҡорамалдарға ҡытлыҡ юҡ, ти  белгестәр.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, 2025 йылға илебеҙҙә кәмендә 1300 мәктәп төҙөлөргә тейеш, тип билдәләне. Бөгөнгө көнгә ил буйынса 664 мәктәп үҙ ишектәрен асты ла инде. 2022 йылдың аҙағына тиклем 204 мең урынлыҡ тағы 284 белем усағы асыу ҡаралған. Был иһә мәктәптәрҙә өсөнсө сменаны тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк.

“2022 йылдың февралендә төбәктәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында мәғариф объекттарына өҫтәмә рәүештә 19,2 миллиард һум бүленде. 2022–2024 йылдарға, дөйөм алғанда, федераль бюджетта 43,8 миллиард һум ҡаралған. Яҡын арала 2,2 миллиард һум тәүге 40 мәктәп буйынса сығымдарҙы ҡаплау өсөн төбәктәргә йүнәлтелә”, – тип билдәләне Татьяна Голикова.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА 

Читайте нас: