Бөгөн Өфөлә 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар – 2022” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылды. Был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы һәм яңы техника менән таныштырҙы.
“Был “Батыр”, Рәсәйҙең алдынғы нефть сервисы предприятиеларының береһе “Башнефтегеофизика” компанияһының төп экспонаты. Ул беҙҙә Өфөлә етештерелә һәм геологик разведкалауҙың мөһим этабы – сейсмик разведкалау эштәре үтәгәндә файҙаланыла.
Был әлеге гусеницалы башҡарылыштағы модификацияһы Рәсәй Арктикаһының ҡатмарлы шарттарында эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Техника импортты алмаштырыу сиктәрендә Башҡортостанда эшләнгән һәм етештерелә. 70-тән ашыу бындай гигант етештерелгән дә, улар илебеҙҙең төп нефть-газ табыу төбәктәрендә эшләй.
Бөгөн беҙ 30-сы “Газ. Нефть. Технологиялар – 2022” халыҡ-ара күргәҙмә-форумын астыҡ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".