Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 10:05

“Торатауҙа һабантуйҙар башҡа булмаясаҡ!”

“Башинформ”.
Фото:“Башинформ”.

Кисә Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡ иғлан итте. Бынан ары Торатау итәгендә республика кимәлендәге ҙур саралар, һабантуйҙар үтмәйәсәк. Республика етәксеһе белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса уға урындағы халыҡ һәм ғалимдар мөрәжәғәт иткән.

– Бынан ары Торатау биләмәһендә ҙур һабантуйҙар үткәрмәйәсәкбеҙ. 60 мең кеше килә, тапай. Был – республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған урын. Урындағылар әйтеүенсә, бында сапсандар йәшәй, уларҙа кешеләрҙең күпләп йөрөүе стресс тыуҙыра. Шулай булғас, башҡа был урында ҙур саралар үткәрмәйбеҙ, – тине ул.

Радий Фәрит улы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға күләмле республика сараларын үткәреү өсөн яңы урын табырға ҡушты.

Кәңәшмәлә Өфөлә Көрәш һарайы төҙөү буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һарайҙы төҙөү тирә-яҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән бергә алып барылырға тейеш.

– Унда кешеләр күпләп йыйылырлыҡ яңы урын барлыҡҡа киләсәк. Шулай булғас, мәктәп тә төҙөргә, поликлиниканы ла тәртипкә килтерергә кәрәк. Юлдарҙы ремонтларбыҙ, был йәһәттән эш күп. Ғөмүмән, ул яҡта биләмә бик ҙур, күпләп балалар йәшәй, шуға күрә тулы тәртип кәрәк. Минеңсә, Көрәш һарайы өсөн бик матур урын һайланыҡ, – тине ул.

Радий Фәрит улы Спорт министр­лығына мәктәптәрҙә спорт көрәшен үҫтерергә ҡушты. “Беҙ республикала спорттың был төрөн үҫтереү өсөн ҙур көс һалабыҙ. “Мәктәптәргә спорт көрәше” программаһына 83 мәктәп ҡушылды. План буйынса 200-гә еткерергә кәрәк”, – тине ул.

Әлеге ваҡытта республикала әүҙем рәүештә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау һәм тамғалар һыҙыу эше бара. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләгә бик иғтибарлы булырға ҡушты.

– Үткән ике аҙнала күп кенә райондар буйлап йөрөнөм. Юл тамғалары һыҙа башлағанығыҙҙы күрәм, әммә бөтә ерҙә лә юҡ. Быға һауа торошо ҡамасаулаймы әллә? Әгәр шулай икән, әҙерәк көтөп тороу дөрөҫөрәктер, юғиһә был эштең сифатында сағылыш табасаҡ, – тине ул.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, 23 майға ҡарата 19119 километр юл тикшерелгән, был – асфальт-бетон япмалы юлдарҙың 97 проценты. Бөтәһе 114 мең етешһеҙлек асыҡланған, уларҙың 72300-ө юҡҡа сығарылған.

Һуңғы арала коронавирустың яңы тулҡыны килә тигән хәбәрҙәр ҡуйырҙы. Башҡортостанға ул янаймы? Әле беҙҙә хәлдәр нисек? Был турала һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡа­рыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне. Пандемия башланғаны бирле Башҡорт­останда сирҙең 287,8 мең осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 87 яңы осраҡ асыҡланған. 117 кеше дауаханала ята, 555 пациент өйөндә дауалана. Кисә-бөгөн коронавирустан үлгәндәр теркәлмәгән. Дөйөм алғанда, 5660 кеше вирустың ҡорбанына әүерелгән, уларҙың 4878-е – өлкән йәштәгеләр.

Етәксе белдереүенсә, әлеге ваҡытта район һәм ҡалаларҙа әүҙем рәүештә ревакцинация бара. Бөгөн был процедураны 513 мең кеше үткән. Бөтәһе 31 авгусҡа тиклем 1,1 миллион кеше ревакцинация яһатырға тейеш тип планлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтәһенә лә өлгө күрһәтеп, үҙе коронавирустан ревакцинация үтергә ҡарар иткән.

Әле IX һәм XI класты тамамлаусылар өсөн ҡыҙыу осор башланды. Улар дәүләт имтихандарын тапшыра. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, быйыл имтихандар тапшырыуҙы ойоштороу ковидҡа тиклемге осорҙағы кеүек буласаҡ. Аттестат алыу өсөн бөтә ун берҙәр рус теле һәм математиканан имтихан тапшырасаҡ. Былтырҙары ул имтихандарҙы вузға инергә теләгәндәр генә тапшырғайны.

Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро – 26 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осоро – 5-енән 20 сентябргә тиклем планлаштырылған. Быйыл төп осорҙа 156 имтихан ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Уларҙа 11 класты тамамлаған 17545 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Сығарылыш класс уҡыусылары һайлаған иң популяр дәүләт имтиханы – профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Шулай уҡ информатика менән ИКТ, биология, физика, химия, тарих фәндәренә ҡыҙыҡһыныу ҙур.

Туғыҙынсылар өсөн дә быйыл имтихандар традицион форматта үтәсәк. Улар аттестат алыу өсөн дүрт имтихан тапшырасаҡ: рус теле, математика һәм үҙҙәре һайлаған ике предмет. Быйыл 42411 туғыҙынсы класты тамамлаусы был имтихандарҙы биреү өсөн тер­кәлгән.

17-18 майҙа Башҡортостандан ҙур делегация эш сәфәре менән Үзбәк­станда булып ҡайтты. Кәңәшмәлә был сә­фәргә йомғаҡтар яһалды. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Үзбәкстан бик тиҙ үҫешә, сәнәғәт һәм социаль өл­кә­һе яҡшы үҫеш динамикаһында. Улар­ҙан өйрәнәһе нәмәләр күп. Улар яғынан да беҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур.

– Бик бай программалы сәфәр булды. Беҙ эш төркөмө булдырабыҙ тип килештек, быны Үзбәкстандың премьер-министры ла хупланы. Уға ярашлы юл картаһы эшләнәсәк. Мәҫәлән, Намангандың бер предприятиеһы менән бәйләнеш булдырылды, улар әленән Благовещендағы етештереүгә инвестиция һала. Сәмәрҡәндтәге хеҙмәттәштәрҙән дә тәҡдимдәр бар. Үзбәкстанға иң ҙур бизнес-миссия барҙы, унда 96 эшҡыуар инде. Улар коллегалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа Үзбәкстанға барырға теләгән яҡташтарыбыҙ өсөн турпакет буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: