16-18 майҙа Башҡортостандан ҙур делегация эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды. Республика власы органдары етәкселәре һәм йүнселдәр ингән делегацияға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итте. Эшҡыуарҙар, төрлө компаниялар вәкилдәре һаны ғына 96 ине.
Был сәфәр Башҡортостанға ла, Үзбәкстан өсөн дә бик файҙалы булды. Бөгөн кис Башҡортостан юлдаш телеканалында ошо сәфәрҙең тәүге һөҙөмтәләренә арналған брифинг үтте. Уны Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы. Брифингта министрҙар, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар иң мөһим һорауға яуап эҙләне: был сәфәрҙән Башҡортостан ниндәй файҙа алыр?
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, сәфәр барышында беҙҙең делегация вәкилдәре 300 самаһы осрашыу үткәргән, дөйөм суммаһы 200 миллион долларлыҡ 19 килешеү төҙөгән.
Министрҙар үҙҙәренең тармағы өсөн файҙалы килешеүҙәр тураһында һөйләне. Ә сәфәргә барған эшҡыуарҙар шунда уҡ килешеү төҙөгән һәм ҡайтыу менән эш башлаған да. Улар тура эфир барышында бәйләнешкә сығып, яҡшы яңылыҡтары менән уртаҡлашты.
Сәфәр барышында хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше буйынса килешеү төҙөлгән – туризмды үҫтереү. Был йәһәттән Башҡортостан өсөн Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе айырыуса ылыҡтырғыс. Туризмды үҫтереү өсөн тәү сиратта транспорт мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Бының өсөн самолеттар һаны арттырыласаҡ. Урында ла туристар өсөн уңайлы бәйләнеш уйланасаҡ.
Тура эфир барышында телевизор ҡараусылар һәм социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыусылар ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Уларҙы башлыса туризмға бәйле мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.