Ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлеше булып тора. Һуңғы йылдарҙа Яңауыл ҡалаһында яңы биҫтәләр әүҙем үҫешә, тарихи кварталдар төҙөкләндерелә. Яңыртыу өсөн биләмәләрҙе һайлауҙа район халҡы әүҙем ҡатнаша.
2021 йылда “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү проекты тамамланды. Ул 2020 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулағайны. Яңы ултыртылған шыршылар, вокзал яны майҙандары, сауҙа биләмәләре ҡаланың визит карточкаһына әүерелде.
Проект нигеҙендә “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы менән Яңауыл станцияһында йөҙ метрлыҡ йәйәүлеләр күпере төҙөлә. Күпер заманса стандарттарҙы һәм талаптарҙы иҫәпкә алып проектланған. Проект буйынса эштәр тамамланыу алдында.
“Беҙ ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу өҫтөндә уңышлы эшләнек. Йәмәғәтселек урындарын төҙөкләндереүҙе быйыл да дауам итәбеҙ. “Ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы, 14 миллион һумдан ашыу суммаға Балалар сәнғәт мәктәбе, үҙәк китапхана эргәһендәге биләмәләр үҙгәртеп ҡороласаҡ. Бынан тыш, “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проектын артабан тормошҡа ашырыу өсөн йәнә бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр араһында Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирәбеҙ”, – тине Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.
Проектлаусыларҙың ниәтенсә, “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проекты бер нисә мәҙәни, белем биреү һәм спорт учреждениеһы биләмәләрен: музейҙы, биләмә-ара мәҙәни ял үҙәген, китапхананы, балалар сәнғәт мәктәбен, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексын, 1-се һәм 4-се мәктәптәрҙе, шулай уҡ ҡала паркының төп майҙанын һәм бер өлөшөн берләштерә.
Һайланған биләмә – ҡала һәм район халҡының үҙ-ара эш итеү урыны. Яңауыл үҙәген яңыртыу ҡала киңлектәренә яңы күренеш бирә, халыҡтың ял сифатын яҡшырта, әүҙем йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Яңауылдар йәшәгән биләмәһен төҙөкләндереүгә лә, йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, апрель айында үткән тәүге “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 18 кубометр сүп-сар сығарылған. Ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмәләрҙә Яңауылда ике яңы аллея барлыҡҡа килгән: “Яҡты сауҡалыҡ”та 1200 төптән ашыу ҡайын ултыртылған, Станция урамындағы “Каштан аллеяһы”н 22 төп ағас биҙәйәсәк. Каштан ағастарының 19-ы – урындағы бюджет иҫәбенә, тағы өсәүһе “Техно”, “Салют” магазиндары һәм “Бон-Аппети” кафеһы тарафынан һатып алынған.
Некрасов урамындағы Спорт паркы күптән инде ҡала халҡының яратҡан ял урынына әйләнгән. Бында йәше лә, олоһо ла күңеленә ятҡан файҙалы шөғөл таба ала. Балалар уйын майҙансыҡтарында уйнап кинәнә, футбол ярышы ойоштора, ә ололар йәйәү йөрөүҙе һәм спорт ҡорамалдарында шөғөлләнеүҙе үҙ итә. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында “Идарасы йорт” компанияһы хеҙмәткәрҙәре парктағы юл буйҙарына ағас ултыртҡан, ҙур ағастарҙың олонон һәм бордюрҙарҙы аҡлаған.
Ҡаланың “Башаҡ” биҫтәһе лә быйыл яҙ яңы ағастар менән йәмләнгән. Бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тырышлыҡ күрһәткән. Биҫтә сағыштырмаса йәш һанала, бында балалы йәш ғаиләләр күп. “Балаларыбыҙ үҙебеҙ ултыртҡан ағастар менән ярышып үҫер, ҡасандыр уларҙы беҙҙең атай-әсәйҙәр ултыртҡан, тип ғорурланып һөйләр”, – ти биҫтәлә йәшәүселәр.
Ғөмүмән, яңауылдар үҙ төйәген ярата, шуға күрә ҡала ла үҫә, матурлана һәм яңыра бара.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА