Ғәҙәткә кергән ғәҙәттәрҙе ташлап булмауға ишаралап, "Кешене ауылдан сығарып була, ә бына ауылсанлыҡты кешенән - юҡтыр ул, - тип яҙған үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә татар эстрадаһында сағыу йондоҙ, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле йырсы Илсөйә Бәҙретдинова. - Концерттарға бүләк итеп йыш ҡына ҡаптарға һалып күстәнәстәр, сәк-сәк алып киләләр бит. Шул ҡаптар, батмустар өсөн, бигерәк тә уны биреп ебәргән ҡатындар өсөн эсем өҙөлә. "Эх китте инде табам, батмусым, һауытым... - тип өҙгөләнәләрҙер кеүек. Йыям мин уларҙы. Ташларға ҡулым бармай бер ҙә. Аҙаҡтан шылтыратып-шылтыратып машинаға тейәп ауылға алып ҡайтам - банкаларҙы, пакеттарҙы, батмустарҙы, хатта йоморҡа ҡаптарын да,- тип көлә йырсы. - Һеҙ ҙә шулаймы?"
Фото йырсының сәхифәһенән.