Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2022, 15:00

Эт булып ҡыланған

30 йәшлек ир ай һайын ҡыҙына 8 мең һум аҡса түләп торорға тейеш булған...

Эт булып ҡыланған
Эт булып ҡыланған

30 йәшлек ир ай һайын ҡыҙына 8 мең һум аҡса түләп торорға тейеш булған.  Әммә алименттан ҡасып йөрөй торғас, уның бурысы 364 мең һумға тиклем барып еткән. Шунан һуң, суд приставтары уны эҙләп әсәһенең өйөнә барғандар. Ләкин әсәһе улын яҡлашырға теләп, "ул инде күптән бында йәшәмәй, ә карауатта этем ята", - тигән.

Әсәһенең был һүҙҙәрен ҡеүәтләп, юрған аҫтында йәшенеп ятҡан ир эт булып ҡылана башлаған, эт кеүек өрә лә, ырылдай ти. 


Шунан һуң, суд приставтары был  ирҙең йәшенеп ятҡанын белгән дә инде!

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: