Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2022, 20:45

Күктәр беҙҙең менән бергә илай...

Марселдең өс балаһы атайһыҙ, ҡатыны ирһеҙ, әсәһе улһыҙ ҡалды. 

Күктәр беҙҙең менән бергә илай...
Күктәр беҙҙең менән бергә илай...

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров социаль селтәрҙәрҙә ҡайғылы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

“Күктәр беҙҙең менән бергә илай. Бөгөн һуңғы юлға тағы бер Ҡырмыҫҡалы егетен – Шәрипҡол ауылынан Марсель Ҡурманалинды оҙаттыҡ. Контракт хеҙмәтенең йәш сержанты – танк командиры Украина биләмәһендәге хәрби бурысын үҙ ғүмере хаҡына үтәне. Уға ни бары 28 йәш ине. Ҡатыны Айгөл ирһеҙ, өс балаһы атайһыҙ, әсәһе Дилә Әнүәр ҡыҙы улһыҙ ҡалды.

Был Марселдең туғандары һәм яҡындары, районыбыҙ, республикабыҙ, ил өсөн әйтеп бөткөһөҙ юғалтыу. Эйе, һуғыш иң яҡшыларҙы ала. Йәш егеттәр автоматтар аҫып тыныслыҡты яҡлай һәм фашизмға ҡаршы көрәшә. Башҡаса ярамай.

Марселдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, һеҙгә түҙемлек теләйем. Ә герой тураһындағы хәтер йөрәктәрҙе яҡтыртыр, мотлаҡ рәүештә ул уҡыған мәктәпкә, урамдарға исемен бирербеҙ, ағастар ултыртырбыҙ. Һәр мәктәп уҡыусыһы үҙ ғүмерен тыныслыҡ өсөн биргән  Марсель Һөйөндөк улы тураһында беләсәк. Ауыр тупрағың еңел булһын”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: