Белеүебеҙсә, Өфөгә ингән юлдағы Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер быйыл 1 марттан капиталь реконструкцияға ябылды.
Воровский урамындағы ҡапҡасында уның иҫке тороҡтарын һүтеүҙе III кварталға тамамлаясаҡтар, тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар төҙөлөшө, ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығынан.
Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, кәртә яндауырҙары, эске яҡтыртыу ҡорамалдары, беренсе һәм икенсе таяуҙарҙағы тороҡ төҙөлөштәре һүтелгән, 1-се таяуҙағы быраулап ҡуйылған бағананы ҡуйыу тамамланған.
Күперҙең йөрөгән өлөшөнөң – 60 проценты, йәйәүлеләр юлының 80 проценты һүтелгән.
1956 йылда төҙөлгән күперҙе капиталь ремонтлау Өфө ҡалаһының 450 йыллығы айҡанлы төҙөлгән объекттар иҫәбенә ингән. Уны реконструкциялап бөткәс, баш ҡалаға Көньяҡ инеү юлында 11 һыҙат буласаҡ.
Фото: ufa.bezformata.com