-12 °С
Болотло
Туғандары Геннадий Корягинды эҙләй. Улар әйтеүенсә, ир 21 май таң менән ауыл көтөүен көтөргә яланға юлланған һәм ошо көнгәсә уның тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы янында көтөү көткән булған.
Уның айырым билдәләре: күк төҫтәге куртка һәм спорт трикоһы, ҡара төҫтәге кроссовки менән эшкә киткән. Геннадий 1963 йылдың 15 ғинуарында тыуған.
Уны күреүселәр булһа, 8 999 7594121; 8 (34785) 2-15-15; 8 (34789) 2-23-07 телефондарына шылтыратып хәбәр еткерә ала.
Фото: "Бәйләнештә".