Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле асылды. Уны беренсе булып уҙғарған Йылайыр районы халҡының нисек байрам иткәне менән танышығыҙ.
Билдәле булыуынса, республикалағы һабантуйҙар эскеһеҙ үтә. Төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола – ат сабышы, йәйәнән атыу, көрәш. Башҡорт милли аш-һыуы, ҡымыҙ – барыһы ла буласаҡ.
Ҡасан һәм ҡайҙа ысын һабантуйҙы күрергә мөмкин? Ошо һылтанма буйынса https://bit.ly/3wUBB4w байрамдарҙы үткәреү буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров раҫлаған графикты ҡарай алаһығыҙ.
Ә һеҙ ғәҙәттә һабантуйҙа нимә эшләйһегеҙ? Нисек ял итәһегеҙ?
Фото: https://vk.com/glavbash