Тағы ямғыр түгеп ҡойҙо... Әллә ҡайҙан көтмәгәндә килеп сыҡҡан ҡара болот күңелде болоҡһотоп, кәйефте төшөрөп тик торасы. “Көн яманы бөтөр, ваҡыты еткәс, төшөнкө уйҙарыңды ҡыу башыңдан”, – тип тынысландырырға тырышты үҙен Йәмилә Илһам ҡыҙы.
Һеңлеһе Асия килеп ингәс, күңеле бер аҙ күтәрелеп киткәндәй булды. “Йә, барҙығыҙмы күмәкләп музейға? Илшатҡа бик тә оҡшағандыр, ул бит һәр яңылыҡты эләктереп алырға ғына тора, төбөнә төшкәнсе ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтамаҫ, уҡырға әүәҫ, шәп егет үҫеп килә!” – тип ихлас шатланыуын белдерҙе.
– Музей музей инде, артыҡ бер ере лә юҡ. Ваҡыт үткәрергә ярар балаларға, урамда туп тибеп, кроссовка туҙҙырғансы...
Апаһы, Асияның ҡырыҫыраҡ холоҡло икәнен белгәнгә күрә, күптән тынғы бирмәй тел осонда әйләнгән һүҙен уратыбыраҡ башланы.
– Баланың бәләкәй генә яңылыҡтан, тимәк, тормоштан ҡәнәғәтлек кисереүе – әсә өсөн үҙе ҙур шатлыҡ. Минеңсә, был бик мөһим сифат – баланы көн дә йәшәүҙән мәғәнә табырға, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерергә өйрәтеү. Быны бары һин генә, әсә кеше, булдыра алаһың, Асия. Тормоштоң һәр миҙгеле бала өсөн ҡәҙерле – тыуған көнгә бүләгең дә, ихлас йылмайыуың да, ихатаны келәмдәй түшәгән йәшел сирәм дә, боҙҙай һыуыҡ туңдырма ла... Хатта беҙҙең өсөн насар тойолған һалҡын ямғыры ла, серәкәй тешләүе лә, ҡиммәтле телефоныңды юғалтыу бәләһе лә балаға кәрәк. Быларҙың барыһы ла тәжрибә туплау, ят хис-тойғо кисереү, ҡыҫҡаһы, тормошто танып-белеү тигән һүҙ. Музейҙа булыу ҙа ифрат әһәмиәтле.
– Апай, мин бит һинең кеүек утыҙ йыл буйы мәктәптә уҡытманым. Тормошто яратырға өйрәтеү, улым менән сөкөрләшеп ултырыр өсөн күпме ваҡыт кәрәк, нисек барыһына өлгөрәһең?
– Тормоштағы һәр ваҡиғанан ҡыуаныс табырға, һабаҡ алырға өйрәтмәгәндә, бала үҙ эсенә йомолоусан, ҡуҙғыусан булып үҫә, ваҡ-төйәк ҡаршылыҡтан да ҡурҡып, ҡайғырып, үҙен бөтөрөп йәшәйәсәк. Быны үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм. Атай кеше баланы маҡсатҡа өлгәшеү өсөн көрәшергә, үҫешергә булышһа, ә Илшаттың эргәһендә тормоштан йәм табып йәшәргә өйрәткән әсәһе лә булһа, ҡайһылай шәп!
Үкенескә ҡаршы, беҙҙә малайҙарға йыш ҡына ир-ат тәрбиәһе етешмәй, – тип көрһөндө уҡытыусы апаһы. – Йыш ҡына был бурысты әсәйҙәр үҙ өҫтөнә ала. Малайҙарҙан ысын ир-ат тәрбиәләүҙе ҡатындар иңенә һалыу дөрөҫ түгел. Әсәнең төп бурысы – әсә булыу, улыңа һөйөүеңде, бөтә хәстәрлегеңде, донъяны танып белеүеңде түкмәй-сәсмәй биреү. Улдарымдың бала сағы булһа, мин уларға бөгөн ниндәй һүҙҙәрҙе еткерер инем икән? Һәр хәлдә, матур, йылы һүҙҙәрҙе һис йәлләмәҫ инем.
Атай улына донъя, йыһан серҙәрен, төҙөлөшөн аңлата, мәсьәләләрҙе сисергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәтә. Әсәһенең яратыуын, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуын тойған бала бер ниҙән ҡурҡмай, тартынмай тирә-яҡ мөхитте яулай, үҫә, уйнай... Әсә ҡаты күңелле, һалҡын йөрәкле булһа, улы донъяны һәм башҡа кешеләрҙе шикләнеп ҡабул итеүсән кеше булып үҫешә.
Мин баламды бөтә ҡылыҡ-фиғеле өсөн дә ғәфү итергә әҙермен. Эйе, атаһы уға тейешле ҡаты һүҙҙәрен дә, язаһын да таба белер. Әгәр әсә улын гел тәнҡитләп, кәмһетеп тора икән, унан ҡурҡаҡ, нервыһы ҡаҡшаған, һәр аҙымы өсөн хаталаныуҙан хәүефләнеп йәшәгән ир-егет үҫәсәк. Әсәнең ғәфү итергә әҙер булыуын тойған бала нимәнелер эшләүҙән, татып ҡарауҙан, хаталаныуҙан ҡурҡмай. Теләгән ниәте килеп сыҡмаһа ла, уның уйында “мин насар түгелмен, бары яңылыштым ғына” тигән фекер йәшәйәсәк.
Һинең улдарың бәләкәй булһа ла, башҡаларҙың хәленә керергә, уларҙың тойғо-кисерештәрен аңларға тырышыусан булып үҫә. Быныһы бик һөйөндөрә, Асия. Һин үҙең был хистәрҙе күңелдәренә һалырға тырышаһың. Һиҙгер, хис-тойғоға бай әсә үҙ өлгөһөндә балаһына һәр кемде аңларға, кәрәк икән, йәлләргә, хәленә инергә, ҡайғыһын йәки шатлығын уртаҡлашырға өйрәтә.
Ҡыҙҙарға ғына түгел, малайҙарға ла “һин минең матурым” тип әйтеү урынлы. Ошо ябай ғына һүҙҙең дә баланы бер ҡарышҡа үҫтереп ебәреүе, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыуы ихтимал. Уландарыңа был “тылсымлы” һүҙҙәрҙе ҡасан һуңғы тапҡыр ҡабатланың әле, һеңлем?
Асия апаһының шелтәле ҡарашына түҙә алмай көлөп ебәрҙе: “Бөгөн икеһенә лә “туҡмаҡ” ҡына эләкте. Өлкәненең сәсе көлтәләй үҫкән, һаман парикмахерға барырға ваҡыт таба алмай, бәләкәсе футбол уйнаған булып, сусҡалай бысранып ҡайтҡан. Ярай, апай, рәхмәт йылы һүҙҙәреңә, ҡайтайым әле матурҡайҙарым янына...”
Йәмилә Илһам ҡыҙының күңеленә йылы йүгерҙе, яратҡан һеңлеһе апаһының тура әйткән һүҙҙәрен аңланы булһа кәрәк. Уғаса булмай болоҡһоу ямғыр ҙа туҡтаны, көндәр йәйгә тарта, күрәһең...
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.