Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2022, 13:30

Беҙҙә беренсе IT-ипотека бирелде

Белгес уны ниндәй шарттар менән алған? 

Беҙҙә беренсе IT-ипотека бирелде
Беҙҙә беренсе IT-ипотека бирелде

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһында IT-компанияһы белгесе беренселәрҙән булып дәүләттән ярҙам сараһы менән файҙаланды һәм йылына биш процент менән 29 йылға 5,4 миллион һумлыҡ ипотека алды. IT-тармаҡҡа ярҙам итеү сиктәрендә кәметелгән ставка менән ипотека кредитын “Открытие” банкы бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был тармаҡ белгестәре өсөн махсус льготалы ипотека программаһы март айында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иғлан ителде. 

– 2019 йылдан уҡ “Һанлы иҡтисад” милли проекты IT-тармаҡҡа ярҙам итеүгә һәм уны тиҙләтелгән үҫтереүгә йүнәлтелгәйне. Быйыл ярҙам саралары шәхсәнгә әйләнде, ул IT-тармаҡ белгестәренә иҫәпләнгән, был - армияға барыуҙы кисектереү, льготалы ипотека, гранттар, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Башҡортостанда йәш белгестәр яйлап ошо ярҙам сараларына мөрәжәғәт итә башлай, миҫал өсөн, 233 IT-белгес армияға барыуҙы кисектереүгә ғариза биргән, гранттар әүҙем йәлеп ителә. Льготалы кредиттар алыуға ла ихтыяж булыр тип уйлайым.

Билдәләнгән ипотека лимиттары миллионлы төбәктәр өсөн – 18 миллион һумға тиклем, ә ҡалған төбәктәр өсөн туғыҙ миллион һумға тиклем етеүе мөмкин.

– Апрелдә, IT-белгестәр өсөн махсус ипотека программаһының эшләй башлауы тураһында хәбәр иткәс, "Открытие" банкы ошо продукт буйынса меңгә яҡын һорау алды. Әммә барлыҡ шарттар раҫланғандан һуң ғына бындай кредиттар биреү мөмкинлеге тыуҙы. Беҙ банкыбыҙ килешеү төҙөгән тәүге төбәк булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ошондай күркәм шарттарҙағы ипотека IT-компания хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙың шәп ысулы булыр тип ышанам, – тип билдәләне "Открытие" банкының Башҡортостандағы идарасыһы Айҙар Зөбәйеров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аккредитациялы IT-компанияларҙа эшләгән 22 йәштән 44 йәшкә тиклемге граждандарға IT-ипотека алырға мөмкин. Программа буйынса яңы төҙөлөүсе йәки әҙер фатирҙы төҙөүсенән һатып алырға мөмкин. Кредит килешеүен 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөргә мөмкин. Бөтә төбәктәр өсөн дә беренсе иғәнә – 15%. Шулай уҡ “ДОМ.РФ”, Һаҡлыҡ банкы, “Альфа-банк”, “Абсолют банк”, МКБ, “Росбанк Дом”, “Газпромбанк” һәм башҡа кредит ойошмалары кредит биреү тураһында ғаризалар ҡабул итә.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56114

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: