Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2022, 10:17

Бер ерҙән умырып алһа, икенсе ерҙән емереп инә...

AliExpress.ru
Фото:AliExpress.ru

Ер йөҙөндә энергияның һаҡланыуы тураһында ҡанун барлығын ишеткәнем бар, тик  бығаса уның миңә  бер  кәрәге лә, файҙаһы ла теймәне. Ошо йылда барыбыҙҙы аптырашта ҡалдырған  мөғжизәле бер хәл булмаһа, ул хаҡта уйламаҫ та,  телгә лә алмаҫ инем.  

Күп ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, мин дә ялтыр-йолтор биҙәүестәргә, ҡим­мәтле алҡа-сылбырҙарға битараф түгелмен. Әммә уларҙың араһында ла оҡшағаны, ҡәҙерлеһе, һирәк осраҡта ғына кейә торғаны була.  Минең дә ғәҙәти булмаған, бик  матур балдағым бар ине. Ҡыҙым тыуғандан һуң ирем бүләк иткән балдаҡтың үтә ҡиммәт булыуын белеп, тәүҙә кейергә тартынып йөрөнөм. Уның матди ҡиммәтенән бигерәк ғаиләбеҙҙең ныҡлығын, ҡыҙыбыҙҙың тыуыу шатлығын кәүҙәләндергән  бүләктең рухи ҡиммәте баһалыраҡ.

Бер көн  эштән һуң тотош коллектив менән хеҙмәттәшебеҙҙең тыуған көнөн ресторанда  билдә­ләргә булдыҡ. Рәхәтләнеп күңел асып, йырлап-бейеп тигәндәй йорттарыбыҙға таралыштыҡ. Иртә­гә­һенә йоҡонан уянғас, яратҡан балдағымдың юҡлығын белеп, ҡайғыға баттым. Ҡайҙа ҡуйғаным­ды, нисек сискәнемде  бөтөнләй хәтерләмәйем. Өйҙә сит кеше юҡ, инеп-сыҡҡан бер әҙәм дә булманы. Бәлки, ресторанда  ҡул йыуғанда ҡалдырғанмындыр? Юҡ, бер ерҙә лә табылманы. Тәүге көндәрҙә ныҡ ҡайғырҙым, үҙемде эшкинмәгән­лектә, асыҡ ауыҙлыҡта, бүләк  ҡәҙерен белмәүҙә ғәйепләнем, әрләнем...  Хатта бер аҙ шөрләнем,  ҡәҙерле әйберемде юғалтыу ҡы­ҙымдың һаулығында сағылыш тапмағайы, тип хафаландым. Ни тиһәң дә, уның исеме менән тығыҙ бәйләнгән бүләк. Ололарҙың “бәлә яңғыҙ йөрөмәй” тигән иҫкәртеү  һүҙе лә ҡолаҡта яңғырап,  күңелгә шом һала.

 Ғәмәлдә барыһы ла   киреһенсә килеп сыҡты тиһәм, аптырарһығыҙ!  Әле лә ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ.  Тауарҙарҙы һатыу буйынса килешеүҙе  ай буйына  тамамлай, уртаҡ телгә килә алмай йөрөгәне­беҙҙә был мәсьәлә бер көндә хәл ителде лә ҡуйҙы. Партнерҙар менән мөнәсәбәт ҡомға килеп терәлгән  кәмәне хәтерләтә ине.  Улар көтмәгәндә беҙ ҡуйған шарт­тарға ризалашты. Табыш та ярай­һы булды, бурыстарҙы тулыһынса ҡапланыҡ. Ҡыҙымдың уңыштары  айырыуса шатландырырлыҡ, яҡшы уҡый, олимпиадала еңеп, бары­быҙҙы ла ҡыуандырҙы.

Һуңғараҡ был феномендың серен өйрәнергә, асыҡларға теләп, байтаҡ әҙәбиәт аҡтарҙым. Әгәр бер ерҙә кәмеһә, икенсе урында мотлаҡ артасаҡ, тигән хәҡиҡәт барлығын белдем. Хатта “Аҡсалата алыуың өсөн рәхмәт” тигән әйтем дә бар  – имеш, нимәнелер юғалта­һың, матди ауырлыҡҡа осрайһың, финанс көрсөгөн кисерәһең икән, тимәк, тормош һине шул рәүешле  унан да етдиерәк тетрәнеүҙәрҙән  ҡурсалай тигән һүҙ. Мин быға ышанам да, ышанмайым да...

Әммә донъяла энергия һаҡла­ныу ҡанунының эшләүе көн кеүек асыҡ. Бер ерҙән умырып алһа, икенсе урындан емереп инә. Шуға күрә нимәнелер юғалтыуҙан, ото­лоуҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе алда ниндәйҙер көтөлмәгән һөйөнөс, табыш, кинәнес  көтөүен белдергән билдә был.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас: