Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында йәшәгән Зөһрә Мәһәҙиеваны күптән ишетеп беләм, әммә осрашып күрешеү мөмкинлеге ошоғаса булманы. Шул тарафтарға юл төшкәс, был юлы уны күрмәй китмәнем.
Күптәрҙең уны, бейеү өсөн яралған, бейеү менән йәшәй, бейеүҙәрҙе сәхнәгә шәп ҡуя, тип әйткәндәрен ишетергә тура килде. Был һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәп, былтыр “Байыҡ” телевизион конкурсында уның етәкселегендәге “Ҡыҙылым” бейеү ансамбле лауреат исеменә лайыҡ булһа, быйыл Магнитогорск ҡалаһында үткән III “Еҙ үксә” асыҡ башҡорт хореография конкурсында гран-при яулай.
Зөһрә Зиннәт ҡыҙы бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә. Амангилде урта мәктәбендә уҡыған йылдарында сәхнәнән төшмәй, өйрөлөп-талпынып бейегән ҡыҙға ҡарап барыһы ла киләсәктә уның бейеүсе булыуын юрай. 1978 йылда мәктәпте тамамлағас, ул документтарын Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына тапшыра һәм уҡырға инә.
Бала саҡ хыялының тормошҡа ашыуына бар күңеле менән шатланған Зөһрә Мәһәҙиева өсөн студент йылдары ауыр бирелмәй. Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй, өҫтәүенә, гармунда ла өҙҙөрөп уйнаған ҡыҙға уҡытыусылары ла ҙур өмөт бағлай. Практикаға тыуған яҡтарына ҡайтып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бейеү ансамбле ойоштороп, бер нисә бейеү һалып, барыһын да һоҡландырып ҡуйған саҡтарын әле лә йылы итеп иҫкә ала.
– Хәҙер шул ваҡыттарҙы уйлаһам, аптырап ҡуям. Амангилделә тау-урман зонаһына ҡараған ауылдарҙың художестволы смотры үтергә тейеш ине. Миңә колхоз етәкселеге ошо конкурсҡа бейеү һалып, ауыл халҡынан бай йөкмәткеле концерт әҙерләү бурысын йөкмәтте. Йәш кенә студент балаға шул тиклем оло ышаныс күрһәтелгәс, нисек инде аҡламайһың... Көн һайын кис көнө, колхозсылар ферманан ҡайтҡас, уларға бейеү һалам, репетициялар үткәрәм. Барыһы ла минән өлкәндәр, үҙҙәре мине тыңлап, нимә өйрәтһәм дә, ҡуй тимәй (йылмая). Бейеүҙең көйөн дә үҙем табам, хәрәкәттәрен дә үҙем уйлап сығарам. “Ҡыҙыл мәк” исемле бал бейеүен һалдым, “Мөхәббәтем” тип аталған бейеүгә кардебалетты сығарҙым, бер нисә күмәк бейеү ҡуйҙым. Смотр шул тиклем юғары кимәлдә үтте, минең бейеүҙәрем баһалама ағзаларына ғына түгел, барыһына ла оҡшаны. Үҙемдең шул саҡтағы ҡыуаныуҙарымды күрһәгеҙ, – тип хәтер ебен тағата геройым.
Тәбиғәттән бирелгән һәләт, бейеүгә ҡарата бала саҡтан килгән һөйөү Зөһрә Мәһәҙиеваға яңы бейеүҙәр ҡуйырға ярҙам итә. Иң мөһиме – ул башҡаларға оҡшамаған сюжетлы бейеү ҡуйыуы, ерле элементтар ҡулланыуы, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына иғтибар биреп, уны сәхнәгә сығарыуы менән алдыра ла инде. Шуға күрә ул һалған бейеүҙәр башҡаларҙан айырылып тора, халыҡсан һәм дәртле булыуҙары менән тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итә.
Ҡулына диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайта ул. Асҡар мәҙәниәт йортонда балетмейстер булып эшләй башлай. Ауылдашы, йәшләй дуҫлашып йөрөгән Дим Вәкил улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тормоштарына йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Йәштәр уйлаша ла тыуған ауылында төпләнергә кәңәш ҡора. Тик Зөһрә Зиннәт ҡыҙына үҙ һөнәре буйынса эш табылмай, ул Ҡаҙмаш урта мәктәбенә музыка уҡытыусыһы булып бара.
Гармун моңдарына ҡушылып уҡыусылар яңы йыр өйрәнә, дәрестән һуң апайҙарының бейеү түңәрәгенә йөрөй. Яңы һулыш һәм илһам менән мәктәптең генә түгел, ә тотош ауыл тормошона ла йәм һәм дәрт өҫтәй ул.
90-сы йылдарҙа республикала тәүге тапҡыр үткән “Салауат йыйыны”нда тап уның тырышлығы һәм башланғысы менән кейеҙ баҫыу йолаһы күрһәтелә, кейеҙ менән бейеү һалына. Бөгөн был бейеү Әбйәлил районы бейеүселәренең төп брендына әүерелгән. Ҡасандыр Рысҡужа ауылында башланған, бар республикала танылыу тапҡан Кейеҙ баҫыу йолаһы әле лә дауам итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, геройыма сәхнәләрҙә йырлап-бейеп йәшәргә генә тура килмәй. Тормош уға бер-бер артлы һынауҙар ебәрә, әммә бөгөлөп төшмәй ул, ауыр ваҡыттарында йыр-моң һәм бейеү аша уларҙы йырып сығырға үҙендә көс таба. Тормош иптәшен юғалта, килене вафат булғас, уларҙың бәләкәс өс балаһын үҙ тәрбиәһенә ала.
– Әсәләре үлгәндә Лиана ейәнсәремә бер йәш тә юҡ ине. Линарға – алты, Илдарға дүрт кенә йәш ине, – ти Зөһрә ханым. – Бөгөн ейәндәрем VII һәм VIII кластарҙа белем ала, ейәнсәрем беренсене тамамларға йыйына. Бөтә ғүмеремде уларҙы тәрбиәләүгә бағышланым, хәҙер күмәкләп бейеү, йыр өйрәнәбеҙ, мөнәжәт, сүрәләрҙе лә башҡарабыҙ. Магнитогорск ҡалаһында үткән “Яҙғы моңдар”, ауыл мәсетендә ойошторолған “Иман нуры” (Ҡөрьән сүрәләре уҡыу) Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса онлайн-конкурста ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. Аллаға шөкөр, бөтәһе биш ейән-ейәнсәрем бар, уларҙың күңелдәренә бәләкәйҙән иман нуры ла, бейеү ҡото ла, йыр-моңға һөйөү ҙә һалып ҡалырға тырышам. Рухи яҡтан тәрбиәләүгә иғтибарҙы йүнәлтәм, күңелдәре бар яҡлап үҫһен өсөн һәләттәрен асыу, таланттарын артабан үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барам.
Әйткәндәй, Зөһрә Мәһәҙиева үҙе етәкләгән фольклор ансамбле “Ҡыҙылым” менән район, төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсында призлы урындар яулай. Бына шундай бай рухлы, талантлы һәм бар яҡлап килгән, сәнғәткә ғашиҡ матур ханым йәшәй Әбйәлил тарафтарында.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.