

Замандаштарыбыҙҙың уңыш сере күпселек осраҡта эште күңел һалып башҡара белеүенә бәйлелер. Ундайҙар ниндәй генә һөнәргә эйә булһа ла юғалып ҡалмай, үҙ бейеклектәрен яулай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының “Берғамыт” муниципаль халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Артур Рим улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо фекеребеҙҙе нығытты.
– Артур Рим улы, һеҙҙең бейеү юлын һайлауығыҙ бала саҡтағы хыялмы? Ҡайһы ауыл сәхнәһенән башланды сәнғәткә аҙымығыҙ?
– Бейеүгә ынтылыш бәләкәй саҡтан һалынғандыр, тим. Үҙем Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫтем. Башланғыс кластарҙа уҡығанда һәр класҡа йөрөп, балаларҙы тыпырҙаттырып ҡарап, “Өмөт” тигән йыр-бейеү ансамбленә йыйҙылар. Ул ансамбль менән Өфөгә республика сараларында ла уңышлы сығыш яһап ҡайттыҡ. Үкенескә ҡаршы, аҙаҡ коллектив һүнеп ҡалды. Бәләкәйҙән оҫта бейеүсе булдым, тип әйтә алмаһам да, был сәнғәт төрө бик оҡшай торғайны.
Мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ уҡырға тип ситкә сығып китмәнем. Бер аҙ колхозда эшләнем, комбайнсы ла, балта оҫтаһы ла булырға тура килде. Шул осорҙа үҙешмәкәрҙәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн коллектив тупланылар. Бер нисә бейеү өйрәнеп, Баймаҡ ҡалаһында матур сығыш яһап ҡайттыҡ. Костюмдар тектереп, башҡа ауылдарға гастролдәргә лә йөрөп алдыҡ.
Нисек мәҙәниәт юлын һайланыммы? Быға әсәйемдең кәңәше йоғонто яһағандыр. “Уҡырға, һөнәр алырға кәрәк. Ятма ауылда!” тигәс, Өфө сәнғәт академияһына актерлыҡ бүлегенә юлландым. Иң һуңғы турға тиклем бөтәһе лә уңышлы барҙы. Уҡырға индемме-юҡмы – ул турала яуапты шунда уҡ әйтмәнеләр. Көҙгә саҡырырҙар тигән өмөт бар ине. Шулай ҙа күп уйлап тормаҫтан, ҡайтышлай Стәрлетамаҡтағы республика мәҙәниәт техникумына бейеү һәм театр бүлегенә имтихандар тапшырҙым.
Бейеүсе һөнәре күңелемә яҡын булғас, шул юлды һайланым. Стәрлетамаҡҡа уҡырға инеп, ҡанатланып йөрөгән мәлдә Өфөнән дә саҡырыу алдым. Барһам, йәнә имтихандарҙа һынау тоттом. Академияла уҡыу мөмкинлеге бар ине, ләкин мине Стәрлетамаҡ нығыраҡ үҙенә тартты. Имтихандан сығып, ниндәй ҡарарға килергә белмәйенсә уйланып ултырғанда, телевизорҙа Стәрлетамаҡ бейеү театрының концерты иғтибарымды йәлеп итте. “Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоп булмай”, – тинем дә, мәҙәниәт техникумына юлландым. Бер ҡасан да был ҡарарыма үкенгәнем булманы. Минән бик яҡшы актер сыҡмаҫ ине, тип уйлайым. Бейеү менән күберәк файҙа килтерәсәгемде аңланым.
– Яҙмышығыҙ Ишембай менән нисек бәйләнеп китте?
– Уның да үҙ сере бар. Студент йылдарында Стәрлетамаҡ районы һылыуы, буласаҡ тормош иптәшем Эльвира менән дуҫлаштыҡ. Ул минән ике курсҡа түбән уҡыны. Эльвира уҡып бөткәнсе, бик алыҫҡа китмәй генә эшләй торайым тип, Ишембай мәҙәниәт йортона урынлаштым. Шулай итеп “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей башланым.
Ишембай миңә шунда уҡ оҡшаны. Тыныс ҡына, бәләкәй ҡала булыуы менән күңелемә ятты. Үҙем дә артыҡ шау-шыуҙы яратманым. Эльвира уҡып бөткәс, өйләнешеп, Ишембайҙа төпләнеп йәшәп алып киттек. Кинйәбулат ауылында – “Тәйрүк”, ҡалалағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында “Алтынай” бейеү ансамблдәренә етәкселек итеү уҡытыу өлкәһендә тәжрибә бирҙе. Ә 2013 йылдан мине “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Шул йылда ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын да тамамланым.
– Сәхнәлә бейеү оҡшаймы, әллә бейергә өйрәтеүме?
– Миңә бейеү ҙә оҡшай, шулай ҙа етәкселек итеү, бейергә өйрәтеү күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бында ижади яҡтан нығыраҡ үҫәһең – бейеүҙе ҡуяһың, нимәнелер үҙгәртәһең, байытаһың. “Берғамыт”тарға алмашҡа “Алтынай” һәм “Аҡбуҙат” балалар ансамблдәре үҫеп килә. Уларҙың һәр береһендә икешәр төркөм тупланған. Балалар менән эшләүе өлкәндәргә ҡарағанда ауырыраҡ, әлбиттә. Уларға көс тә күп талап ителә. Теләгән кем шәп бейеүсе лә булып китә алмай, ләкин күңелендә дәрте булған һәр береһен концерттарҙа сығыш яһарлыҡ итеп баҫырға өйрәтергә мөмкин.
– Бейеүҙән башҡа күңелегеҙгә яҡын тағы ла ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар?
– Һүрәт төшөрөргә яратам. Һул ҡул менән һүрәт төшөрәм, уң ҡул менән яҙам. Бала саҡта һулаҡай булғанмын. Яҙырға уң ҡулға өйрәткәндәр. Моғайын, шуға яҙыуым да сатай-ботайҙыр. Ә бына һүрәтте тик һул ҡул менән төшөрһәм дә матур ғына килеп сыға. Күберәк тәбиғәт күренештәрен һынландырырға яратам. Ҡайҙалыр гастролгә китеп барабыҙ икән, тәҙрә аша ундағы күренештәргә текәләм, уйға сумам. Ана шул күренештәр ҡағыҙға рәсем булып теркәлә.
Балта эше лә күңелемә яҡын. Ошо оҫталығымды белеп, бер саҡ ҡатынымдың өләсәһе һандыҡ эшләп биреүемде үтенде. Беренсегә тотонһам да, бик ҡупшы әйбер килеп сыҡты. Эшемде оҡшатып, аҙаҡ әллә күпме инәйҙәргә яһап бирҙем әле. Ағастан нимәлер эшләү миңә бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Атайым рәссам-биҙәүсе булды, уның һәләте миңә лә күскәндер, тим.
– Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ тураһында ла ишетке килә. Улығыҙ Камилдың балалар араһында уҙғарылған “Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсында Гран-при яулауын беләбеҙ. Улар һеҙҙең юлды һайларға уйлайҙыр, бәлки?
– Ғаиләмә килгәндә, барыбыҙ ҙа тиерлек мәҙәниәт ҡаҙанында ҡайнайбыҙ, тиһәк тә, хата булмаҫ. Ҡатыным Эльвира ҡаланың үҙәк китапханаһында хеҙмәт итә, эше төрлө мәҙәни саралар уҙғарыуға бәйле. Бынан тыш, ул миңә лә ярҙам итергә өлгөрә. Концерт, конкурсҡа әҙерлек кеүек тығыҙ мәлдәрҙә – минең таянысым ул. Өс балабыҙ бар: Алтынай Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында IX класта уҡый, ул “Берғамыт” ансамблендә лә, “Алтынай”ҙа ла бейергә өлгөрә. Әлегә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын хәл итмәгән.
Уртансыбыҙ Камил шулай уҡ башҡорт гимназияһында, быйыл етенсене тамамлай. Ул да бәләкәйҙән сәхнәлә. Әсәһе конкурста ҡатнашҡанда, тәүге тапҡыр дүрт йәшендә сәхнәгә сыҡҡайны, шунан бирле бейеү уның күңелен арбаған. Ә инде бынан бер нисә йыл элек “Байыҡ” республика балалар бейеү телевизион конкурсында Гран-при яулағандан һуң, киләсәктә бейеүсе буласағын хәбәр итте. Быйыл ул Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжына уҡырға барырға ниәтләй
Шуны билдәләр инем, Алтынайҙа ла, Камилда ла бәләкәйҙән үк күңелдәрендә бейеү рухы һиҙелеп тора. Ә бына дүрт йәшлек кесе улыбыҙ Ҡадирҙа әлегә бейеүгә ынтылыш әллә ни тойолмай.
– Сәхнә кешеһен хис-тойғоға бай итеп күрергә күнеккәнбеҙ. Күңелегеҙҙең аҫтын-өҫкә килтергән, йөрәгегеҙҙә уйылып ҡалған берәй хәл-ваҡиға булдымы?
– Элек күңелем менән ҡаты кеше инем, хис-тойғоға бирелеп барманым. Ҡартатайым да шундай холҡо менән айырылып торған, был сифат нәҫелдән киләлер, моғайын. Ә бына әсәйемдең мәрхүм булыуы мине ҡырҡа үҙгәртте, бөтөнләй икенсе кешегә әйләндерҙе, тиергә мөмкин. Хәҙер күңелем тиҙ генә яраланып бара.
– Кешеләге ниндәй сифаттар һеҙгә оҡшамай?
– Алдашҡанды яратмайым. Бигерәк тә өлкәндәрҙә. Кеше үҙ ҡылығы өсөн яуап бирә белергә тейеш. Нимәлер килеп сыҡмай икән, әрләнһә-әрләнһен, ләкин дөрөҫөн әйтергә тейеш, тип уйлайым. Тырышҡанда үҙ-үҙеңде еңеп, кәрәкмәгән сифаттарҙан ҡотолоп була. Үҙемә килгәндә, элек баҙнатһыҙлығым күп мәшәҡәт тыуҙыра ине. Яйлап уны еңергә өйрәндем. Кешелә хөрмәт иткән сифаттарым – яуаплылыҡ тоя белеүе: эшендә лә, ғаиләһендә лә.
– Киләсәккә ниндәй хыялдарығыҙ бар?
– Шәхси хыялдарға килгәндә, ауылда тыуып үҫкәнгәме, мине ошо мөхит үҙенә тарта. Иң ҙур хыялдарымдың береһе – ауылда йорт төҙөп, шунда йәшәү. Әле ҡаланан алыҫ түгел Кинйәбулат ауылында шәхси йортобоҙҙо һалыу өҫтөндәбеҙ. Уны төҙөп бөтөп, ғаиләбеҙ менән шунда күсер мәлде түҙемһеҙлек менән көтәм.
Эштәге пландар ҙа байтаҡ – ансамблдәр менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу маҡсаты тора. Әле “Алтынай” коллективы билдәле хореограф Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең фестиваленә саҡырыу алды. Шуға әҙерләнәбеҙ.
Һәр коллективтың, ҙурмы, бәләкәйме, үҙенең ҡаҙаныштары бар. “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дә республика конкурстарында яулаған уңыштары бар. Уны халыҡ та бик ярата, Ишембайҙа концерттары зал тулы тамашасы йыя. Башҡортостан Хөкүмәте уҙғарған мәртәбәле сараларға ла йыш саҡыралар. Былтыр Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында ҡатнаштылар, ошо уҡ сарала Ишембайҙа ла сығыш яһанылар. Республиканың береһенән-береһе көслөрәк коллективтары менән бер сәхнәлә бейеү ансамблдең оҫталыҡ ҡеүәтен арттыра.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Һеҙгә артабан да ижади илһам теләйбеҙ. Район-ҡалаларҙа эшләп килгән һәләтле бейеү коллективтары – республикабыҙ мәҙәниәтен күтәреүгә башланғыс нигеҙ. Эшегеҙҙәге уңыштарҙы ғаиләгеҙҙең имен, бәхетле булыуы тулыландырһын.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА әңгәмәләште.