Район үҙәге Ҡыҙылъярға, йә Башҡортостандың туристик мәккәһенең береһе Павловка һыуһаҡлағысына китеп барышлай юл өҫтөндә ятып ҡалған был ыҡсым ғына ауыл башҡа ошондай уҡ тораҡтарҙан әллә ни айырылмай ҙа кеүек. Тик был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Һәр ауыл үҙенең кешеләре, изге эштәре менән матур бит. Был юлы беҙ ҙә Иҫке Күл ауылы аша үтеп китмәнек, ә маҡсатлы рәүештә унда барып, йәшәйеше менән яҡындан таныштыҡ.
Уңған, тырыш кешеләр йәшәй
Иҫке Күл – Нуриман районының иң ҙур башҡорт ауылы. Бында һәм Иҫке Исай ауыл биләмәһенә ҡараған Ишморат менән Иҫке Исай ауылдарында райондың Көҙәй ырыуына ҡараған башҡорттар тупланып көн күрә. Ул – республикабыҙҙың бай тарихлы ауылдарының береһе. Архив документтарына ярашлы, уға нигеҙ 1530 йылда һалынған. Әле иһә иҫке күлдәрҙең гөрләшеп “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы.
– Ауылыбыҙҙа берҙәм, тырыш, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Улар ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, шәжәрәһен яҡшы белә. Беҙҙә 302 хужалыҡ бар, уларҙа 663 кеше көн итә. Ауылдаштар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу идеяһын бер тауыштан хупланы һәм уға ихлас ҡушылды. Дәррәү булғанға, район этабында еңел генә еңеп сыҡтыҡ, хәҙер республика кимәлендә көсөбөҙҙө һынайбыҙ, – ти ауыл хакимиәте башлығы Зөлфиә Әхмәҙиева.
Зөлфиә Шәйәхмәт ҡыҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып 2019 йылдан эшләй, уға тиклемге ғүмерен иһә балалар уҡытыуға бағышлаған. Ауылға ул Ауырғазы районынан килен булып төшкән һәм ошо йылдар эсендә бында ереккән.
Ауылда мәктәп, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет, магазиндар бар. Иң ҡыуаныслыһы – уны йәштәр төйәк итә. Һуңғы йылдарҙа ғына ла бында 13 яңы йорт һалынған. Тыуған ауылында төпләнгән алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙар ауылдаштарын эш менән тәьмин итә, ауыл хакимиәтенә лә ярҙам итеп тора. “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар бихисап. Уңған кешеләр умартасылыҡ, йылҡысылыҡ кеүек боронғо матур һөнәрҙәрҙе лә үҙ итә. Әйткәндәй, был шифалы ерҙә билдәле үлән йыйыусы Михаил Гордеев үлән йыйып киптереү эшен уңышлы ойошторған.
Иҫке күлдәр төрлө сараларҙа, программаларҙа ихлас ҡатнаша. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә йыл һайын ауыл биләмәһе өсөн кәрәкле эштәр башҡаралар. Алдағы йылдарҙа трактор алғандар, күрше ауыл зыяратын кәртәләгәндәр. Быйыл иһә, әгәр килеп сыҡһа, ауыл зыяратын төҙөкләндермәкселәр.
Халыҡ араһында эскелеккә ҡаршы аңлатыу эше киң йәйелдерелгән. Ауылға килеп инеү менән сәләмәт тормошҡа әйҙәгән баннерҙар эленгән. Төрлө акциялар үтә, буклеттар таратыла.
– Ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған “Хәйриә” мәсетенең буш тормауы ҡыуандыра. Изге йортта дини байрамдар даими уҙғарыла, олоһо ла, кесеһе лә дин юлына өҫтөнлөк бирә. Үҙем килен булып төшһәм дә, иҫке күлдәрҙең тырыш, эшсән халҡы менән сикһеҙ ғорурланам, уларҙы яратам, – ти хакимиәт башлығы. – Ошо бәйге сиктәрендә бихисап эш башҡарылды: урамдарыбыҙ төҙөкләндерелә, кәртәләр алмаштырыла, берҙәм өмәләр үткәрәбеҙ. Ауыл хакимиәте башлығы булараҡ, ауылдаштарымдың яңы сифаттарын астым.
Бында шәхес тәрбиәләйҙәр
Ауылда мәктәп бар икән, тимәк, ул йәшәй тигән һүҙ. Иҫке Күл урта мәктәбе – ауылдың йөҙөк ҡашы. Бында балаларға белем биреп кенә ҡалмайҙар, ә уларҙы ысын илһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр, төрлө яҡлап үҫтерәләр. Быйыл уҡыу йортонда 116 бала белем ала. Уларҙы 18 уҡытыусы уҡыта. Коллектив үҙенең кадрҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана: ете уҡытыусы – юғары, туғыҙы беренсе категорияға эйә. Мәктәп “Шәхескә йүнәлтелгән уҡытыу – мәктәптең үҫеүе генә түгел, ә шәхестең үҫеш юлы ла” тигән маҡсатты төп бурыс итеп ҡуйған.
– Уҡыу һәм тәрбиә эшенә килгәндә, уҡыусылар төрлө конкурстар, КВН-дар, олимпиадаларҙа ҡатнаша, фәнни-ғәмәли эштәр башҡарып, район, республика кимәлендә призлы урындар яулай. Йыл һайын “Йәйләү” ял лагеры ойошторола, унда бөтә балалар ҙа әүҙем йөрөй. Мәктәп баҡсаһында хеҙмәт бригадаһы эшләй, уларға эш хаҡы түләнә. Республика буйынса төрлө походтар, экскурсиялар ойошторабыҙ. Бөтә балалар ҙа йылы аш менән тәьмин ителгән, – тип һөйләй мәктәп директоры Гөлфиә Саҡаева.
Район кимәлендә был мәктәп туған телде, тарихты, мәҙәниәтте, йолаларҙы өйрәнеүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған. Уҡыусылар башҡорт халыҡ әкиәттәрен, шиғырҙарын яратып өйрәнә. Ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау, милли кейемдәр тегеү, милли ризыҡтар бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ уҡыусыларҙың сәләмәт тормош алып барыуы ла күҙ уңында тотола.
– Насар ғәҙәттәрҙең яҡшыға килтермәүен аңлатыу – төп бурысыбыҙ. Ошо маҡсаттан сығып, “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә лә теләп ҡатнашабыҙ. Конкурс сиктәрендә иҫкәртеү сәғәттәре, акциялар, һүрәт конкурстары, спорт ярыштары, лекциялар, тренингтар, медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу һәм башҡа саралар даими үтә, – тип дауам итә Гөлфиә Ғәбделәхәт ҡыҙы.
Мәктәп янында балалар баҡсаһы ла эшләй. Бында 40 самаһы бала йөрөй. Ауыл халҡы “йәшел йылан” менән дуҫ булмаһын өсөн тәрбиәне бала саҡтан башларға кәрәклеген бында яҡшы аңлайҙар. Шуға күрә белем биреү учреждениеһында ойошторолған эштәр туранан-тура сәләмәт балалар үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға бәйләнгән. Әлбиттә, был эштәрҙе мәктәп яңғыҙы ғына алып бармай, ата-әсәләр, ауыл хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә башҡара.
– Балаларыбыҙ күңеленә бәләкәйҙән айыҡлыҡ, сәләмәтлек, изгелек орлоҡтары сәсергә тырышабыҙ. Шул саҡта ғына ул үҫкәс үҙ урынын табыр һәм милләтебеҙ киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыр, – тигән матур теләктәр менән оҙатты беҙҙе Гөлфиә Саҡаева.
Ағинәйҙәр – төп таяныс
Мәҙәниәт йорто – кешеләрҙең йыйылып күңел асыу урыны ғына түгел, ул ауылдың йөрәге. Бинаны 2018 йылда “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә тулыһынса яңыртҡандар. Хәҙер был социаль-мәҙәни үҙәккә килеп шөғөлләнергә, күңел асырға теләгән һәр кем өсөн уңайлы шарттар бар. Гөрләтеп ағинәйҙәр ойошмаһы эшләй, икенсе яҡтан клуб үҙе шаулап тора. Фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ошонда урынлашҡан.
Мәҙәниәт йортоноң художестволы етәксеһе Лиана Рәхимова әйтеүенсә, иҫке күлдәр – бик талантлы һәм дәртле халыҡ. Күптәр буш ваҡытын бында үткәрә. “Әхирәттәр” төркөмө, ирҙәр гармунсылар ансамбле эшләй. Волейбол уйнау, башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн спорт залдары ла бар. Төрлө йүнәлештәр буйынса түңәрәктәр үткәрелә: бейеү, йырлау, уйын ҡоралдарында уйнау, ҡул эштәре башҡарыу һәм башҡалар.
– Беҙҙең мәҙәниәт йортоноң ябыҡ торған көнө бармы икән ул? Даими рәүештә саралар үткәрәбеҙ, халыҡты йыябыҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә генә лә былтырғы 10 октябрҙән алып 10 мартҡа тиклем 93 сара үтте. Беҙҙең кисәләргә күрше ауылдар килә хатта, – ти ул.
Ғәҙәттә, “Айыҡ ауыл”да ҡатнашыуҙа ауыл ағинәйҙәре әүҙемлек күрһәтә. Иҫке Күлдә лә шул хәл. Улар бик күп башланғыстарҙың башында тора. Ауылдың ветерандар советы ойошмаһы рәйесе, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәфисә Бәҙретдинова – иҫ китмәле лидер. Әлбиттә, ағинәйҙәрҙең төп эше концерттар ҡуйып, саралар үткәреүҙә генә түгел һәм улар быны яҡшы аңлай.
– Һәр ауылда ла шул бер проблемалар барҙыр инде: яңғыҙ ҡалған ҡарттар, эскән ата-әсәләр... Беҙ бер кемде лә бәләһендә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ. Яңғыҙаҡ өлкәндәрҙе үҙебеҙҙең эшкә йәлеп итәбеҙ, аяғында йөрөмәгәндәр янына барып ярҙам итәбеҙ, күңелдәрен күреп һөйләшеп булһа ла ултырабыҙ. Эскән ғаиләләргә килгәндә, элегерәк улар бар ине. Хәҙер, шөкөр, был афәтте лә еңеп киләбеҙ. Ата-әсәләр балалары, яҡты киләсәк хаҡына насар ғәҙәттәренән арына, тырышып донъя көтә. Мәктәп уҡыусылары, йәштәр менән дә берлектә бик күп саралар ойошторабыҙ, – ти Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы.
Ярты ғына көн эсендә ҙур ауыл менән танышып бөтөү мөмкин түгел, әлбиттә. Тик ситтән бер ҡараш та иҫке күлдәрҙең тырышлығын, маҡсатлы халыҡ булыуын аныҡ күрһәтә.
– Күмәкләгән яу ҡайтарған тигән боронғолар. Бына ошолай дәррәү эшләгәндә генә, ауылыбыҙҙа уңған, егәрле кешеләр йәшәгәнгә, замана сиренә, афәтенә ҡаршы йүнәлтелгән бәйгелә республика кимәлендә ҡатнаша алабыҙ. Призлы урын яулаһаҡ, аҡсаны ауыл шишмәһен төҙөкләндереүгә тотонор инек. Тик барыбер төп маҡсат – аҡса түгел, ә халҡымдың айыҡ, матур тормош алып барыуы, – тип тамамланы осрашыуҙы Зөлфиә Шәйәхмәт ҡыҙы.
Уңыштар һеҙгә, иҫке күлдәр!
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.