Йәмғиәт
27 Май 2022, 05:16

Иғтибар, ихласлыҡ – баһалап бөткөһөҙ хазина

Иҫтә ҡалған бүләктәр була.

Яҡындарҙы ҡыуандырыр, күңелдәрен күрер өсөн бүләктең ниндәйе генә юҡ хәҙер. Хатта бүләк һайлаусылар араһында күрше күрһен, фәлән аптыраһын, төгән көнләшһен, тигәндәре лә юҡ түгел. Үҙенә күрә кәсеп, алыш-биреште хәтерләтеп ҡуя. Тышҡы күренеш, ялтырауыҡ алға сыға барған заманда йәшәйбеҙ. Хатта әсәйҙәренә лә ҡотлау һүҙҙәрен заказ биреп яҙҙырып алыусылар бар.

Ихласлыҡҡа ваҡыт етмәй ҡалмаһын. Йөрәктән сыҡҡан үҙ һүҙебеҙ генә яҡындарыбыҙ күңеленә ысын дауа һәм шифа буласаҡ. Айырыуса әсәйҙәргә ошо ихласлығыбыҙ барып етһен. Һәр көн. Һәр ваҡыт.

Бала саҡтағы ҡайһы бер байрамдар иҫтән сыҡмай, күңелдә һаҡлана. Шуларҙың береһе, әлбит­тә,  яҙҙың тәүге айында билдәләнгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Байрамға әҙерлекте алдан уҡ башлайбыҙ, асылмалар ҙа, мулинелар ҙа әллә ҡасан уҡ алып ҡуйылған, сөнки әсәйҙәребеҙгә йыш ҡына ҡулъяулыҡ сигеп бүләк итә инек. Ниндәй сәскәләр йә ҡошсоҡтар төшөрөргә – һәр кемдең үҙ фанта­зия­һы. Ә инде уның ситен ҡаймалай белһәң, был оҫталыҡтың юғары үрнәге булып тора. Ҡулъяулыҡҡа ҡотлау һүҙҙәре лә сигәбеҙ.

Тотош класс менән концерт әҙерләнә. Һәр кемгә – әсәгә лә, балаға ла – ҡыуаныс килтерә был байрам. Уның тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур ине, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бигерәк тә әсәләрҙе, хөрмәт итеү мөмкинлеген бирҙе. Шуға ла уны үҙебеҙҙең күптән йәшәп килгән милли йолабыҙ кеүек ҡабул иттек, итәбеҙ. Киң күңелле, ҡунаҡсыл халҡыбыҙҙың менталитетын сағылдыра ул байрам. Шуға үткәрелгән саранан да, бүләктәребеҙҙән дә миллилек аңҡып торҙо.

Был байрамдың уҡыусы балаларға ижади йәһәттән үҫергә лә булышыуын әйтергә кәрәк, сөнки сиккән ҡулъяулығың – хеҙмәтеңдең, ижадыңдың, тырышлығыңдың һөҙөмтәһе. Малайҙар әсәйҙәренә нимә бүләк итте икән, уныһын хәтерләмәйем. Ә бына концерттарҙа улар берҙәй ҡатнаша торғайны. Кемдер йырға, кемдер бейеүгә маһир. Күпме матур, йөкмәткеле шиғырҙар ятланылды, тимәк, өлкәндәр менән мөнәсәбәт ҡороу, уларға ихтирамыңды шиғри һүҙҙәр аша еткереү мөмкинлеге бирелде. Беҙ ижадсылар ҙа, шул уҡ ваҡытта байрам бүләк итеүселәр ҙә инек. Бындай хәстәрлегебеҙ әсәйҙәребеҙ менән генә сикләнмәй. Өлкән туғандарға, йәғни атай-әсәй яғынан булған инәйҙәребеҙгә лә асылмалар ебәрәбеҙ. Ололарҙың кәйефен күтәреү өсөн әллә ни кәрәкмәй, саҡ ҡына иғтибар, һәм улар шуның менән оҙаҡ ваҡыт ғорурланып йәшәйҙәр. Бына шундай тормош һабаҡтарын алдыҡ беҙ. Иғтибар, ихласлыҡ, эскерһеҙлек – баһалап бөткөһөҙ күңел хазинаһы. Уны кеше үҙе тыуҙыра.

Ошо урында заманыбыҙ ҡиссаһын телгә алыу артыҡ булмаҫ. “Юғары уҡыу йортон тамамлап, инде эштә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкән элекке студенттар ҡарт профессорға ҡунаҡҡа килә. Һүҙ артынан һүҙ сығып, тормоштоң ҡатмарлылығына, ауырлыҡҡа зарланып алалар. Профессор шәкерт­тәрен ҡәһүә менән һыйламаҡсы була. Быяла, фарфор, пластик, гәлсәр сынаяҡтар ҡуйылған батмусты алдарына ултырта, уларҙың берәүҙәре арзан, ә икенселәре затлы икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Шәкерттәре сынаяҡтарҙы һайлап алғас, профессор былай ти:

– Үҙегеҙ шуға иғтибар иттегеҙме, һеҙ бит шунда уҡ ҡыйбатлы сынаяҡтарға йәбештегеҙ, ә арзандарына ҡағылманығыҙ ҙа. Хатта күршем ниндәй сынаяҡты эләктерҙе икән, тип эргә-тирәгеҙгә күҙ һалырға ла онот­манығыҙ. Үҙең өсөн матурҙы теләү – тәбиғи ғәмәл, ләкин тап бына шул бөтә ҡатмар­лыҡтарҙың, тетрәнеүҙәрҙең сығанағы. Һеҙ һайлап алған сынаяҡтар затлы, ләкин ҡыйбатлы һауыт үҙе ризыҡҡа бер ниндәй ҙә тәм өҫтәмәй, ҡәһүәгеҙ ҙә иң шәп эсемлек булып китмәй. Ул бары хаҡы юғары булған һауыт ҡына, ҡайһы саҡ уның эсенә нимә ҡойолғанын да күрмәйбеҙ.

Ысынбарлыҡта, һеҙ теләгән нәмә затлы һауыт түгел, ә ҡәһүә ине бит! Әммә һеҙ аңлы рәүештә сынаяҡ һайланығыҙ, берәүһенә өҫтөнлөк бирҙегеҙ һәм яндағыларҙың ҡулындағыһына ла ҡарап өлгөрҙөгөҙ. Шуны иҫтән сығармағыҙ: тормош – ул ҡәһүә, ә эш, аҡса, вазифа, йәмғиәт – улар сынаяҡ. Улар тормошоғоҙҙо тотоп тора торған ҡорал ғына. Тимәк, һеҙ алған сынаяҡ тормошоғоҙға мәғәнә бирмәй, уның сифатын бер нисек тә үҙгәртә алмай. Шуға ла беҙ ҡоралға артыҡ диҡҡәт биреп, ҡәһүәнең ысын тәмен тойоуҙан мәхрүм ҡалабыҙ. Бөтә затлыны ҡулында тотҡан кеше түгел, ә үҙендә булған нәмәнән иң яҡшыһын һайлап ала белгән кеше генә донъяла иң бәхетлеһе”.

Хәҙер йыр сәнғәте лә айырым бер бизнесҡа әйләнде. Шуға ла әсәйҙәргә бағышланған йырҙар күп, кемдәр генә яҙмай ҙа кемдәр генә йырламай. Бер төрлөрәк йырҙар байтаҡ, улар иҫтә лә ҡалмай. Ләкин иҫтә ҡалғандары ла бар. Бер заман радио аша “Әсәйемә”  (“Ана туралы жыр”, Шәмши Ҡалдаяҡов музыкаһы, Ғәфү Ҡайырбәков һүҙҙәре) йыры яңғырағайны, башта татар, һуңғараҡ башҡорт телендә. Шундай һүҙҙәр, шундай моң! Ә беҙ уның ҡаҙаҡ йыры икәнен белмәнек тә, үҙебеҙҙеке тип ҡабул иттек. Был легендар йырҙы хәҙер нисәмә быуын йырлай!

Эйе, ваҡыт алмай, иҫкермәй торған йырҙар була. Ысын илһам, йөрәктән урғылып сыҡҡан ихласлыҡтың емеше “Әсәйемә” ана шул йырҙарҙың береһе булып ҡаласаҡ. Ундай­ҙарҙы заказ менән яҙып булмай. Ундағы тәрән йөкмәткене, ысын йөрәк һүҙен бер нәмә лә алмаштыра алмай.

Тормошта бүләктәр күп бирелде, алған саҡтар ҙа булды. Бөтәһе лә хәтерҙә ҡалмайҙыр ҙа. Ә бына йөрәк наҙын һалып, ихлас итеп ҡулъяулыҡ сигеп ултырған мәктәп йылдары онотолмай. Оло тормош юлына сығып, эшләй башлағас, һәр кемебеҙҙең әсәйҙәргә төрлө затлы бүләктәр ҙә һатып алып ҡотлау мөмкинлеге тыуа. Шулай ҙа Аллаһ Тәғәлә ҡаршында үҙ ҡулдарыбыҙ менән сиккән, һәр юлы энә күҙе аша беҙҙең йөрәк нуры менән ҡаймаланған бала саҡ ҡулъяулыҡ­тары күпкә баһалылыр, тим. Хаҡ Тәғәләнең бизмәнендә шул бәләкәс кенә хеҙмәтебеҙ күпкә ауырыраҡ тарталыр һымаҡ. Күңелде яҡтылыҡ менән солғар өсөн ҡайһы саҡ шул тылсымлы бала саҡ иленә ҡайтып әйләнеү ҙә етә...

 

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Читайте нас