Зәлифәгә 43 йәш. 19 йәшендә кейәүгә сығып, бер ҡыҙ бала тапҡан, ул хәҙер Мәскәүҙә уҡып та, эшләп тә йөрөй, йәғни үҙаллы тиергә мөмкин. Танышымдың яҡшы ғына эше, ике бүлмәле фатиры бар. Тормошта һәр ғәмәлгә үҙ ҡарашы булған, шул уҡ ваҡытта юмор хисенә лә бай, матур холоҡло ҡатын ул. Күптән берәйһе менән танышып, парлы ғүмер итергә теләге барлығын белгәнгә күрә, был юлы осрашҡанда: “Шунан мөхәббәт фронтында хәлдәр нисек?” – тип шаяртып һораным.
– Бер нисек тә түгел. Бер әхирәтемде тыңлап, танышыуҙар сайтында теркәлеп, анкета тултырғайным. Аптырап йөрөгән сағым әле ул... Был донъяла һәйбәт ир-егеттәр ҡалдымы икән ул, тигән фекергә килдем. Теге сайтҡа иғлан ҡуйыу менән тәҡдимдәр ағылды ғына. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән... Уларҙы кандидат итеп ҡарап та торманым, сөнки үҙ мөхитемдә йәшәгән, ышаныслы, терәк булырҙай кеше менән танышыу ине маҡсатым. Тәүҙә миңә күрһәтелгән иғтибарҙан дәртләнеп, ҡыуанып киттем. Һөйләшеп, аралаша торғас, өс кеше менән осрашыуға барҙым. Һөйләгәс, һөйләйем инде, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...
Иң тәүҙә 42 йәшлек Руслан менән таныштым. Осрашыу тураһында килештек. Машинаһында килде. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҙур булмаған СТО тота икән. “Әйҙә, мин һиңә эш урынымды күрһәтәм!” – тип алды ла китте. Юлда ла, гараж һымаҡ эш урынына барғас та, әллә ниндәй двигателдәр, төрлө машиналарҙың етешһеҙ һәм ыңғай яҡтары тураһында һөйләне лә һөйләне. Эш ҡорамалдарын күрһәтеп бөттө. Бер нимә лә аңламаһам да (сөнки үҙем машина йөрөтмәйем, йөрөткән хәлдә лә быларҙы аңламаҫ инем), баш ҡағып, йылмайып тыңлаған булдым. “Мин тиҙ генә бер машинаны ҡарарға тейешмен, һин ошонда ултырып тор”, – тип шунда торған диван ишаратына күрһәтте. Май таптарынан сыбарланған, бензин еҫе аңҡыған диванға ошо осрашыу өсөн тип, сауҙа үҙәген ике сәғәт ҡыҙырып, дүрт мең һумға һатып алған күлдәгем менән һис тә генә ултырғым килмәне. Юҡ сәбәпте бар итеп, такси саҡыртып, ҡайтып киттем.
Икенсеһе 38 йәшлек Азат булды. Уныһы үҙенең өйө янындағы кафеға саҡырҙы. Барҙым. Аралашыуыбыҙға ярты сәғәт тирәһе ваҡыт үтеүгә, яныбыҙға 60 йәштәрҙәге ҡатын килеп ултырҙы. Әсәһе икән... Аптырауым йөҙөмә сыҡҡандыр инде, “Мин етди уй-ниәт менән танышам, шуға күрә әсәйем белергә тейеш”, – тине был. “Ярай, белһен һуң, тик мине түгел”, – тип уйланым да ҡайтып киттем.
Өсөнсөһө – 45 йәшлек рус кешеһе Анатолий. Өфөлә үҙенең эше бар. Тегеләрҙән айырмалы рәүештә, ресторанға саҡырҙы. Костюмда. Тик бысранып өлгөргән күлдәк яғаһы шунда уҡ күҙемә салынды шул. Анкеталағы фото менән был ир-егет араһындағы оҡшашлыҡ ун процент та түгелдер. Сайттағы күрмәлекле генә ир урынына ҡаршымда таушалып бөткән, ризаһыҙ йөҙлө пеләш әҙәм ултыра ине. Ике сәғәт буйы бөгөн шәхси бизнес тотоуҙың нисек ауыр булыуы, уларҙы һәр төрлө һалымдар менән быуыуҙары, иркенләп үҫергә юл ҡуймауҙары, ғөмүмән, тормоштоң иҫ киткес ҡатмарлылығы, ҡыйынлығы тураһында лекция тыңланым. Ашаған өсөн иҫәпте ҡап уртаға бүлешеп түләнек. Уныһын үҙем тәҡдим иттем, ул риза булды. Уның ҡарауы, бурыслы булып ҡалманым һәм артабан шылтыратыуҙарына ла яуап биреп торманым...
Бына шулай, өс осрашыуға барып ҡайттым да сайттағы анкетамды алып ташланым. Әллә, белмәйем, бармы икән был донъяла терәк була алған, ҡатын-ҡыҙ затын хөрмәт иткән, ихтирамлы, иғтибарлы ир-егеттәр? Ғөмүмән, интернет аша танышып, матур ғаилә ҡороу, парлы булыу мөмкин түгелдер, тип һығымта яһаным...”.
Был хәлгә юғары категориялы психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА яуап бирә:
– Интернет тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Уҡыу, эш, туғандар һәм яҡындар менән аралашыу өсөн генә түгел, үҙенең ишен табыу, ғүмерлек мөхәббәтен осратыу маҡсатында ла кешеләр онлайн-киңлектәрҙе гиҙә. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һәр өсөнсө интернет ҡулланыусының үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла танышыу сайттарына мөрәжәғәт иткәне бар. Онлайн-танышыуҙан төрлө кешенең тәьҫораттары ла төрлөсә: кемдеңдер тормошонда хыял иткән ыңғай үҙгәрештәр булып, эш никахҡа барып еткән, ә кем өсөндөр ул күңел ҡалыуға, өмөт ҡыйралыуға, кешеләргә ышаныс кәмеүгә сәбәпсе булған. Нисек кенә булмаһын, ҡайҙа, ҡасан һәм кем менән танышырға, мөнәсәбәттәр ҡорорға кеше үҙе генә хәл итә. Интернет-танышыуҙар яҡшы йәки насар тип бер төрлө генә яуап биреп булмай. Шулай ҙа уның ыңғай һәм кире яҡтарын ҡарап китәйек.
Белгестәр түбәндәгеләрҙе билдәләй:
– Интернетта теләһә ҡайһы ваҡытта теләһә кем менән танышырға була. Бында сиктәр юҡ. Бер кеше менән аралашыу ни сәбәптәндер килеп сыҡманы икән, иғтибарҙы һеҙгә ҡыҙыҡһыныу белдергән икенсе кешегә йүнәлтеп, уның менән ныҡлап танышыу, әңгәмәләшеү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Кемдәрҙер виртуаль киңлектә ысын мөхәббәтен осратмаған хәлдә лә, тормошҡа ҡараштары тап килгән яҡшы дуҫ һәм әңгәмәсе табыуы бик ихтимал.
– Танышҡан ваҡытта үҙеңдең тышҡы ҡиәфәтең тураһында борсолмаһаң да була. Аралашыу күп осраҡта смс-хәбәр яҙышыуҙан башланып китә. Был мәлдә компьютер янында йә ҡулға телефон тотоп, уңайлы кейемдә ултырырға мөмкин, макияж, прическа тураһында ла артыҡ борсолорға кәрәкмәй.
– Танышыу, аралашыу мәлендә төрлө уңайһыҙ хәлдәрҙең килеп сығыу мөмкинлеге кәмей. Ҡайһы берҙә, ысынбарлыҡтағы осрашыуҙар ваҡытында, егет менән ҡыҙ, ир менән ҡатын бер-береһенән нимә һорарға, нисек яуап бирергә белмәй, икеһе лә уңайһыҙланыу хисе кисерә. Был хәл уларҙың асылып һөйләшеүенә ҡамасаулай, киләһе осрашыуҙы, артабанғы аралашыуҙы шик аҫтына ҡуя. Ә интернет аша аралашҡанда әҙерәк пауза алып, уйлап яуап бирергә мөмкин.
Онлайн-һөйләшеү кешене ниндәйҙер кимәлдә ысынбарлыҡтағы осрашыуға әҙерләй, сөнки икенсе кеше тураһында аҙмы-күпме мәғлүмәткә эйә булып, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарҙы табырға була. Беренсе офлайн-осрашыу ваҡытында ошо темаларға һөйләшеүҙе дауам итеп, ныҡлы мөнәсәбәттәр булдырыуға мөмкинлек тыуа.
Ошо урында бер танышымдың һөйләгәне иҫемә төштө. Ул да үҙ парын табыу маҡсатында дуҫтарымы, коллегаларымы димләгән бер кеше менән осрашыуға барған. Әммә һөйләшеү бер нисек тә килеп сыҡмаған, уртаҡ тел таба алмағандар, ауыр тынлыҡта яҙа-йоҙа ғына аралашып хушлашҡандар. “Беренсе осрашыу шунда уҡ һуңғыһына әйләнде”, – тине ул, уфтанып...
– Интернет кешенең үҙ баһаһын арттыра. Үҙ-үҙенә ышанысы түбән, башҡалар менән аралашып бармаған йомоғораҡ холоҡло кешеләр, танышыу сайттарына анкета ҡуйып, улар менән танышырға теләгәндәрҙең барлығын аңлай. Фотография аҫтына яҙылған матур комментарийҙар, лайыҡтар күптәрҙең күңелен күтәреп, үҙ баһаһын арттырып ебәрергә, тормошто сағыу буяуҙарға мансырға һәләтле. Ә был, үҙ сиратында, кешенең тышҡы йөҙөндә, үҙ-үҙен тотошонда ла сағылыш таба. Күҙенән нур сәсеп, тормошҡа һөйөү менән баҡҡан кешегә башҡаларҙың иғтибары ла арта.
Үрҙә һанап үткәндәрҙән сығып, ҡайһы берәүҙәр “интернет – үҙ парыңды табыу өсөн идеаль ысул” тигән фекергә килеүе лә бар. Тик миҙалдың икенсе яғын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Шуларға ла иғтибар итеп үтәйек:
– Ялған мәғлүмәт һәм анонимлыҡ. Кеше үҙенә шундай матур легенда уйлап сығарып, фотошопта яҡшыртылған йә иһә бөтөнләй сит кешенең фотоһын ҡуйып, үҙе тураһында ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тура килмәгән мәғлүмәт биреүе ихтимал. Онлайн-аралашыу ваҡытында әңгәмәсенең тышҡы ҡиәфәте ниндәй икәнлеген белеп булмай. Әлбиттә, күпселек үҙе тураһында дөрөҫ мәғлүмәт биреп, ысын фотоһүрәтен күрһәтһә лә, ниндәйҙер яуыз ниәт менән алдашҡан, үҙен йәшергән кешеләр ҙә етерлек.
– Төрлө аферистарға, мутлашыусыларға юлығыу хәүефе лә бар. Тәүҙә матур ғына башланып киткән ихлас, йәнле һөйләшеү аҙаҡтан алдауға, “һөйгәненең” ниндәйҙер ауыр финанс хәленә тарыуы арҡаһында аҡса “һурыуға” әйләнеүенә бәйле осраҡтар етерлек.
– Ысынбарлыҡта барыһы ла икенсе төрлө килеп сығыуы ихтимал. Кеше менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу, уны танып-белеү өсөн барыбер күрешергә, аралашырға кәрәк. Күптәргә башҡа кешене ныҡлы белеү өсөн ысынбарлыҡта уның яҡынлығын тойоу, эмоцияларын күреү, тауышын ишетеү бик мөһим. Аҡыллы, матур хат-хәбәрҙәр яҙған кеше тормошта бөтөнләй икенсе булыуы ла ихтимал. Уйҙарында интернет “һөйгәне” тураһында матур образ тыуҙырып, хыял ҡанаттарында инде ғаилә, балалар хаҡында уй йөрөтә башлаған кешене ысынбарлыҡ күктән ергә төшөрөп, өмөтөн һүндереүе, күңелен ҡалдырыуы бар.
– Сиктәр юҡлығы. Интернет-танышыуҙарҙың ыңғай яҡтарын барлағанда иң беренсе ҡарап киткән ошо шарт үҙенең кире яғын да күрһәтергә һәләтле. “Танышҡан кешегеҙ һеҙҙең менән генә аралашыр, анкетаһында күрһәткәнсә, ул әлеге ваҡытта ысынлап ирекле һәм уның уй-ниәттәре етди” тип бер кем дә гарантия бирә алмай. Ниндәйҙер мажара эҙләгән әҙәмдәргә юлығыу, алданыу осраҡтары, үкенескә ҡаршы, йыш ҡына осрап тора.
Психологтар белдереүенсә, аралашыу даирәһен киңәйтеү һәм аралашыу оҫталығын үҫтереү виртуаль танышыуҙарҙың һәм бәйләнештәрҙең төп маҡсаты булып тора. Онлайн-һөйләшеү нисек кенә яҡшы һәм яҡын булмаһын, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул барыбер ысынбарлыҡта осрашыуҙарға күсергә тейеш. Юғиһә, хыялығыҙҙа тыуған образ менән хушлашҡығыҙ килмәйенсә, реаль күрешеүҙе кисектереп, виртуаль “йәр”гә бәйле иллюзиялар ҡороп, ваҡыт ҡына әрәм итәсәкһегеҙ. Шулай уҡ бындай аралашыу эргәләге яҡын кешеләрҙе ситкә этәреүгә, ғаилә араһын боҙоуға килтерергә тейеш түгел.
Тағы ла шуны билдәләге килә: виртуаль аралашыу башҡа кешеләр менән ысынбарлыҡтағы мөнәсәбәттәргә зыян килтермәһен. Интернет-танышыуҙарға “ни тиклем әҙерәк көтәһең, шул тиклем күберәк алаһың” тигән ҡағиҙәнең дә ҡағылышы бар: яңы танышыңа үтә етди талаптар ҡуймаған, унан әллә нимәләр көтмәгән осраҡта өмөттәр аҡланыу һәм ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеге лә ҙур.
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, өмөттәрегеҙ аҡланһын, ҡәҙерле дуҫтар!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.