Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2022, 10:00

Ирем бүләк иткән балдаҡты юғалттым...

"Тәүге көндәрҙә ныҡ ҡайғырҙым, үҙемде эшкинмәгәнлектә, асыҡ ауыҙлыҡта ғәйепләнем...  Хатта бер аҙ шөрләнем".  

Ирем бүләк иткән балдаҡты юғалттым...
Ирем бүләк иткән балдаҡты юғалттым...

Күп ҡатын-ҡыҙҙар кеүек мин дә ялтыр-йолтор биҙәүестәргә, ҡиммәтле алҡа-сылбырҙарға битараф түгелмен. Әммә уларҙың араһында ла оҡшағаны, ҡәҙерлеһе, һирәк осраҡта кейә торғаны була. Минең дә ғәҙәти булмаған, бик  матур балдағым бар ине. Ҡыҙым тыуғандан һуң  ирем бүләк иткән биҙәүестең  үтә ҡиммәт  булыуын белеп, тәүҙә кейергә тартынып йөрөнөм. Уның матди ҡиммәтенән бигерәк ғаиләбеҙҙең ныҡлығын, ҡыҙыбыҙҙың тыуыу шатлығын кәүҙәләндергән бүләк булыуы мөһим ине.

Бер көн эштән һуң тотош коллектив менән хеҙмәттәшебеҙҙең тыуған көнөн  ресторанда  билдәләргә булдыҡ.  Рәхәтләнеп күңел асып, йырлап-бейеп йорттарыбыҙға таралыштыҡ. Иртәгәһенә йоҡонан уянғас, яратҡан балдағымдың юҡлығын белеп, ҡайғыға баттым. Ҡайҙа ҡуйғанымды, нисек сискәнемде  бөтөнләй хәтерләмәйем. Өйҙә сит кеше юҡ, инеп-сыҡҡан бер әҙәм дә булманы. Бәлки, ресторанда  ҡул йыуғанда ҡалдырғанмындыр? Юҡ, бер ерҙә лә табылманы.

Тәүге көндәрҙә ныҡ ҡайғырҙым, үҙемде эшкинмәгәнлектә, асыҡ ауыҙлыҡта, бүләк ҡәҙерен белмәүҙә ғәйепләнем, әрләнем...  Хатта бер аҙ шөрләнем, ҡәҙерле әйберемде юғалтыу ҡыҙымдың һаулығында сағылыш тапмағайы, тип уфтандым. Ни тиһәң дә уның исеме менән тығыҙ бәйләнгән бүләк ине. Ололарҙың “бәлә яңғыҙ йөрөмәй” тигән  иҫкәртеү  һүҙе лә ҡолаҡта яңғырап,  күңелгә шом һала.

Ғәмәлдә барыһы ла киреһенсә килеп сыҡты, тиһәм, аптырарһығыҙ. Әле лә ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ.  Тауарҙарҙы һатыу буйынса килешеүҙе  ай буйына  тамамлай, уртаҡ телгә килә алмай  йөрөгәнебеҙҙә был мәсьәлә бер көндә хәл ителде лә ҡуйҙы. Партнерҙар менән һөйләшеүҙәр ҡомға килеп терәлгән  кәмәне хәтерләтә ине.  Улар көтмәгәндә беҙ ҡуйған шарттарға ризалашты. Табыш та ярайһы булды, бурыстарҙы тулыһынса ҡапланыҡ.  Ҡыҙымдың уңыштары  айырыуса шатландырырлыҡ, яҡшы уҡый, олимпиадала еңеп, барыбыҙҙы ҡыуандырҙы.

Һуңғараҡ был феномендың серен өйрәнергә, асыҡларға теләп байтаҡ әҙәбиәт аҡтарҙым. Әгәр бер ерҙә кәмеһә, икенсе урында мотлаҡ артасаҡ, тигән хәҡиҡәт барлығын белдем. Хатта “аҡсалата алыуың өсөн рәхмәт” тигән әйтем дә бар  – имеш, нимәнелер юғалтаһың, матди ауырлыҡҡа осрайһың, финанс көрсөгөн кисерәһең икән, тимәк, тормош һине шул рәүешле унан да етдиерәк тетрәнеүҙәрҙән ҡурсалай тигән һүҙ. Мин быға ышанам да, ышанмайым да...

Әммә донъяла энергия һаҡланыу законының эшләүе көн кеүек асыҡ. Бер ерҙән умырып алһа, икенсе урындан емереп инә. Шуға күрә нимәнелер юғалтыуҙан, отолоуҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе алда ниндәйҙер көтөлмәгән һөйөнөс, табыш, кинәнес көтөүен белдергән билдә был.

Фото:AliExpress.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: