Туғандарының ауыл көтөүен көтөргә яланға юлланған Геннадий Корягинды эҙләүе тураһында яҙғайныҡ. Ҡыуаныслы хәбәр – Геннадий Иванович табылған.
Әйтеүҙәренсә, ул Күгәрсен районы биләмәһендә көтөү көткән. Малдары иһә Ейәнсура яғына сығып китеп, көтөүсе уларҙың артынан төшкән. Кискеһен һыйыр малдары ауылға ҡайтҡан, ә көтөүсе – юҡ.
Был турала ғаризаны ҡабул итеп алыу менән Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының эске эштәр бүлеге Геннадийҙы эҙләргә тотонған, ике райондың халҡы ла ҡушылған.
Бөркөт ауылы кешеһе Геннадий Корягин Үрге Бикбирҙе ауылында табылған.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән.