Бөгөн “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһына ярашлы Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған тура эфирҙа “Рәсәй 1” телеканалының тапшырыуҙар алып барыусыһы Мария Ситтель Башҡортостанға көнсығыш традициялары хас булыуына ҡарамаҫтан, республикала сағыу, ҡыйыу, көслө ҡатын-ҡыҙҙар күплеген билдәләне.
Ул Радий Хәбировтан “бында законлылыҡ бармы, йәиһә республика был йәһәттән ҡағиҙәләрҙән иҫкәрмә булып торамы?” тип һораны.
“Мин Башҡортостанда эшлекле, сағыу, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуында һеҙҙең менән килешәм. Тап көнсығыш традицияларында һәм мосолман республикаларында ҡатын-ҡыҙға, барыһынан да элек әсәгә, бик ихтирамлы мөнәсәбәт йәшәй. Хәләл ефетеңә, ҡыҙҙарыңа мөнәсәбәт тә һөйөү менән һуғарылған. Мин дә өйҙә “баш” түгел, унда ҡатыным хужа. Күп проблемаларҙы иңеңдән алып ташлайһың, ҡарар ҡабул иткәндә, яуаплылыҡ уртаҡ. Йорт эштәре һәм башҡа мәшәҡәттәр, һис һүҙһеҙ, ҡатындарыбыҙ иңендә”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".