Хәсбиямал ҡарсыҡтың ҡолағы бала саҡтан насар ишетә ине. Ә бының бәләһенә үҙе лә ғәйепле. Нисә йәш булғандыр (“вуенныйҙар” йондоҙ йәбештерелгән өсмөйөшлө башлыҡ кейеп йөрөй ине тип иҫләй), күмәк бала-саға сыр-сыу килеп һыу инергә ашыға.
Хәсби (үҙен үҙе иҫләгәндән тулы исеме менән өндәшкәндәре булманы, шикелле) сабып барған ыңғай, ҡулдарын ҡарлуғас ҡойроғолай икеләй айырып, аяҡтарын ҡуша тотоп, башы менән текә ярҙан һыуға сумды. Һуңынан күкрәген ниҙер ҡыҫып-ҡыҫып алып, биттәренә һуҡҡан кеүек булғас, күҙен асты. Башын бишмәт менән ҡаплаған кеүек, бик йыраҡтан тоноҡ ҡына тауыш ишетелде.
– Эй, ҡәрендәш, үләһең бит! Һыу аҫтында таш ятҡан, шуға башың менән бәрелеп, иҫеңде юйғанһың. Ярай әле ат һыулата төшкәйнем. Ҡан күргәс дуҫтарың ҡасышып бөттө. Тегеләй булһа... Йә, ярай, һылыу, бер үлемдән ҡалғас, оҙон-оҙаҡ йәшәрһең әле.
...Икенсе тапҡыр Хәсби күҙҙәрен асҡанда эргәһендә берәү ҙә юҡ ине. Дуҫтары ташлап киткән. Ә теге кеше? Әллә булды, әллә юҡ. Әллә ысынбарлыҡ, әллә төш...
Шаңҡыған Хәсби бер ниндәй уйһыҙ-ниһеҙ унда-бында йөрөнө лә йөрөнө. Күпме ваҡыт үткәндер, әллә ҡояш байыуға ыңғайлағас, әллә тәбиғәт ҡушыуы буйынса, ауыл осона күҙ һалды. Ысынлап та, Осло Түбә яғынан көтөү йылан кеүек һуҡмаҡтарҙан борғолана-борғолана ауыл яғына ыңғайлай ине. Хәсби “Бикә” ҡушаматлы һыйырҙары менән “Алйот” тигән кәзәләрен ҡаршыларға йүгерҙе. Тик шуныһы ҡыҙыҡ, ауылға ингәндә һыйырҙар мөңрәй, кәзәләр мәьэлдәй, һарыҡтар мырҡылдаша торған ине. Бөгөн ауыҙҙарын асалар, ә тауыштары ишетелмәй...
Ҡайтҡас та Хәсби аптырай ҡуйҙы: әтәстәр ҡысҡырмай, тауыҡтар ҡытҡылдамай, һыйыр “һау, һау” тип мөңрәмәй. Әсәһе лә эш ҡушмай. Аптыраған ҡыҙ көс-хәл менән һәндерәгә барып етте лә, салғы менән сабылған үлән кеүек, иҫке бишмәткә ауып, оҙон-оҙаҡ йоҡо даръяһына сумды...
Күпме йоҡлағанын үҙе лә хәтерләмәй. Әсәһе әйтеүенсә, ике төн, ике көн иҫһеҙ, ыңғырашып, һаташып ята. Шул уяныуҙан һуң ике ҡолаҡҡа ла ҡатып ҡала (эй, Хоҙайым, ул заманда “Ашығыс ярҙам” түгел, фельдшер ҙа булмаған бит ауылда).
Һаңғыраумы һин, һуҡырмы, тәбиғәттең үҙ ҡануны. Хәсби ҙә үҫеп-ҙурайыуҙан туҡтаманы. Иҫ китерлек булмаһа ла, сибәр генә ҡыҙ булып буй еткерҙе. Бер нигә ҡарамай алыусы егете лә табылды. Бынамын итеп донъя көтөп алып киттеләр. Эшенә лә өлгөрҙөләр, йортон да ҡорҙолар. Мал-тыуары, ҡош-ҡорттары ишле булды. Дүрт балалары булһа ла, ит-һөтө үҙҙәренә лә етте, һатырға ла ҡала торғайны.
Һатыу тигәндән, элек халыҡ ниңәлер Златоустҡа йөрөй торғайны. Хәсби ҡарсыҡ та төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ул да бер заман сауҙа итеп алырға булды. Шулай итмәй ни, балаларға әйбере лә, сәй-шәкәре лә кәрәк, донъя көткәс, башҡа ваҡ-төйәге лә кәрәк. Бер-ике ҡаҙын, майын-ҡоротон, әжегәйен, күпмелер бәрәңгеһен алып, тәүәккәлләргә булды был.
Бабайы ултыртышып ебәргәс, Мейәс ҡалаһына ҡаза-бәләһеҙ генә барып етә. Мейәстә ул ваҡытта паровозды алмаштырып таға торғайнылар. Барғанда составтың алдынан тартһа, аҙаҡ паровоз ҡойроҡтан һөйрәй. Ҡалаға етәрәк паровоз, пыш та пыш килеп, тиҙлеген кәметә башлай. Хәсби ҡарсыҡтың ҡолағы насар ишеткәс, “Хәсби төш, Хәсби төш-ш” тигән кеүек була. “эй, Аллам, бер миңә көсөң етмәй икән”, – тип әйберҙәрен ала ла төшөп ҡала. Ул юҡ-барын платформаға ташып бөтөүгә паровоз пышылдап ҡуҙғалып та китә. Һаңғырауыраҡ Хәсбигә был “Хәсби, хуш, Хәсби, хуш-ш-ш” булып ишетелә.
Ә һатыуымы? Шунда нимәлер эшләгән бер мәрйә (була бит Аллаһтың изге бәндәләре) бының бөтә тауарын һатышып, кәрәк-ярағын алышып, үҙҙәренә алып ҡайтып ҡунаҡ итеп, оҙатып ҡуя.
Шунан һуң Хәсби ҡарсыҡ Златоустҡа бармай, Мейәстә генә кәсеп итә башлай. “Ызнакум”ы булғас ни...
Марат СӘҒИТОВ.
Учалы районы,
Рысай ауылы.