Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төп һыу артерияһында навигация миҙгелен башлауға арналған “Ағиҙел-2022” байрам фестивалендә ҡатнашты.
Ул төбәк эшҡыуарҙарының туристик һәм сувенир әйберҙәренән торған күргәҙмәне ҡараны, Башҡортостан халҡын йылға навигацияһы миҙгеле асылыу менән ҡотланы.
Сығышында ул күп йылдарҙан һуң тәүге тапҡыр Өфөгә ҙур кораблдәр, шул иҫәптән “Александр Пушкин” ингәнен билдәләп үтте. “Бөгөндән башлап Ағиҙелдә күп төрлө суднолар йөрөй башлаясаҡ. Улар йөк ташыясаҡ, өфөләрҙе йөрөтәсәк, матур ял мөхите тыуҙырасаҡ, – тине ул. – Минең хыялым бар: һыу флотын тергеҙергә, Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының Ағиҙел буйлап иркен йөрөп, матур тәбиғәткә һоҡлана алыуҙарына өлгәшеү. Ниәттәрҙе тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанам", – тине республика етәксеһе.
Эске һыу юлдарының Кама бассейны хакимиәте етәксеһе Сергей Сергеев Радий Хәбировҡа һыу транспортын үҫтереүгә иғтибарына рәхмәт белдерҙе. “Башҡортостан – һыу флотын тергеҙергә тырышҡан төбәктәрҙең береһе”, – тине ул.
Ағиҙелдә навигация миҙгелен асыуға бағышланған сара һыу суднолары парады менән тамамланды. Радий Хәбиров “КолёсовЪ” судноһына күтәрелеп, уның мөмкинлектәрен баһаланы.
“Ағиҙел-флот” компанияһының Ағиҙел йылғаһында ташыуҙар ойоштороу буйынса инвестпроекты быйыл февралдә Башҡортостан Башлығы үткәргән “Инвестсәғәт”тә ҡаралғайны.
Бөгөнгө мөһим был сара, йылға флотының киләсәгенә ҡағылышлы фекерҙәре менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә бүлеште.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.