Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2022, 17:00

Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров: "Бының беҙҙең иҡтисадҡа ҙур этәргес биреренә ышанам".   

Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды

Бөгөн социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһында навигация асылыуы тураһында яҙҙы.

“Барыһын да ошо ваҡиға һәм йәй башланыуы менән ҡотлайым, – тип яҙҙы ул. – Ағиҙел буйлап ап-аҡ кораблдәр йөҙөүе Өфө өсөн һәр ваҡыт та мөһим ине. Беҙ ҙур эш башҡарҙыҡ, оҙаҡ йылдарҙан һуң биш диңгеҙгә алып сығыр һыу юлдарын ҡайтарып алабыҙ. Бының өсөн эске һыу юлдарының Кама бассейны хакимиәтенә, уның етәксеһе Сергей Николаевич Сергеевҡа ҙур рәхмәт. Ағиҙелдең тәрәнлеге хәҙер тағы – башҡа төбәктәрҙән дә эре суднолар инеп йөрөрлөк.

Бының беҙҙең иҡтисадҡа ҙур этәргес биреренә ышанам. Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының Ағиҙел буйлап иркен йөрөп, матур тәбиғәткә һоҡлана алыуҙарына өлгәшеү хыялым ине. Хәҙер был бойомға ашты. Артабан һыу буйлап йөк ташыуҙы үҫтерергә, республикалағы суднолар ремонтлау заводын, суднолар йөрөшөн, йылға флотын тергеҙергә планлаштырабыҙ. Беҙ ныҡыштар. Һәм аҙым артынан аҙым яһап, бөтә ошо ниәттәрҙе тормошҡа ашырасаҡбыҙ”.

Текст, фото сығанағы: vk.com/radiyhabirov

Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Ағиҙелдә йылға навигацияһы асылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: