Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2022, 19:00

"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"

Рәсәйҙең Сик буйы хеҙмәте көнө уңайынан Өфөлә уҙғарылған тантанала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин изге теләктәрен еткерҙе.

"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"

Бөгөн Рәсәйҙең Сик буйы хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 104 йыллығы билдәләнә. Шул айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөнөң Еңеү паркында төрлө быуын сик һаҡсылары йыйылды. Улар, йола буйынса, бер-береһен байрам менән ҡотланы, ветерандарға хөрмәт белдерҙе, шәһиттәрҙе хәтергә алды.

– Сик буйы һаҡсылары гел алғы һыҙыҡта, иң беренсе булып дошманға ҡаршы сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исеменән әле хеҙмәттә булғандарға рух көсө, ҡаһарманыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйем, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына хөрмәт белдереп, рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең арала, егеттәр, үҙемде йәш итеп тоям, – тине сығышында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин. Уға күптән түгел 90 йәш тулған, шуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, йәштәр менән аралаша, сараларҙа ҡатнаша, ваҡиғалар ағышын күҙәтеп бара.

Бында хәрби сәнғәт буйынса күрһәтмә сығыштарҙы ҡарарға, сик буйын һаҡлау йүнәлешендәге кадеттар кластары уҡыусылары сығыштарын да күрергә мөмкин булды.

Сарала ҡатнашыусылар Мәңгелек утҡа, “Бөтә быуын сик буйы һаҡсыларына дан” һәйкәленә сәскә һалды. Был мемориал меценаттар аҡсаһына төҙөлөп, 2018 йылда асылғайны.

Мәғлүмәт, фото: ufacity.info/press/news

"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
"Һеҙҙең арала үҙемде йәш итеп тоям"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: