"Бәйләнештә"ге "Серләшәйек, Башҡортостан" төркөмөндә Бөрйән районы һыйырҙарының әлеге миҙгелдә Ағиҙел йылғаһы аша йөҙөп сығып килгәне төшөрөлгән видеояҙма һалынды.
Күптәр, әлбиттә, был күренештән шаҡ ҡатыуын белдергән. Урындағы халыҡ иһә быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итә. "Улар көн дә арғы яҡҡа йөҙөп сығып, кис кире ҡайталар. Яҡын-тирәлә көтөүлек юҡ, бөтөн ергә өй һалып бөттөләр. Һыйырҙарҙың ағып киткән осрағы бик һирәк, ун йылға бер тиерлек. Быйыл һыу күп шул, ҡурҡыныс. Башҡа ваҡыттарҙа иһә уны кисеп кенә сығалар", - тип аңлатма биргән комментарий яҙғандарҙың береһе Роза Фәйзуллина.
Ә һеҙ был видеояҙмалағы күренешкә ҡарата ниҙәр әйтерһегеҙ?
Фото: "Серләшәйек, Башҡортостан" төркөмөндәге видеонан скриншот.