Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфөлә эш сәфәрендә булған Рәсәйҙең граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрының беренсе урынбаҫары Александр Чуприян Донбасстан мәжбүри күсеп килгәндәр йәшәгән пунктта булды.
21 апрелдә Башҡортостанға Херсон өлкәһенән 17 кеше килде. Улар “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһындағы ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылды. Май байрамдары алдынан республикаға Донбасстан, Украинанан тағы 306 кеше килде, араларында 69 бала бар. Мәжбүри күсеп килгәндәр ҡала, район үҙәктәрендәге шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа йәшәй.
Радий Хәбиров менән Александр Чуприян кешеләр менән аралашты, уларҙың йәшәү шарттары менән танышты.
Донбасстан килгән балаларҙың ата-әсәһе балаларҙы уҡытыу мәсьәләһен тиҙ хәл иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Май айында килеүҙәренә ҡарамаҫтан, балалар бөтәһе лә мәктәптәргә, колледждарға урынлаштырылған.
– Беҙҙең белгестәр мәжбүри рәүештә күсеп килгән халыҡҡа бөтә мөһим ярҙамды күрһәтә – медицина йәһәтенән, документтар рәтләүҙә, эшкә урынлашыуҙа, уҡыуҙа булышлыҡ, – тине Радий Хабиров. – Был эштә республикабыҙ халҡы, ирекмәндәр, “Берҙәм Рәсәй” партияһы әүҙемселәре лә ҡатнаша.
Әлеге мәлдә республикалағы ваҡытлыса йәшәү пункттарында Донбасстан һәм Украинанан күсеп килергә мәжбүр булған 311 кеше йәшәй.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.