Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2022, 22:30

"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"

Йылға флотын туристик һәм логистик йүнәлештә үҫтереү көтөлә.

"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"
"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ағиҙелдә йылға навигацияһы миҙгелен башлауға арналған сара хаҡында яҙҙы.

“Бөгөн республика Башлығы менән бергә Ағиҙелдә йылға навигацияһын башланыҡ. Бынан алда ул беҙҙең алға суднолар йөрөшөн әүҙемләштереү бурысын ҡуйғайны. Бының өсөн миҙгел буйына йөрөрлөк суднолар кәрәк ине. Бөгөнгө сарала 13 судно ҡатнашты, шуларҙың береһе – “КолёсовЪ”. Беҙ уға тест үткәрҙек. Уның үҙенсәлеге – бер метрҙан да әҙерәк тәрәнлектән дә үтеп китә алыу.

Пландарҙа судноларҙы ике – туристик һәм логистик йүнәлештә – үҫтереү. Бер-ике йылдан ул туристарҙың да, урындағы халыҡтың да күңелен яулап алыр, тип ышанабыҙ. Һыу өҫтөнән йөк ташырға ла уйлайбыҙ, был арзаныраҡ та, юлдарҙа ла көсөргәнеште кәметер. Әйтәйек, “Кроношпан” компанияһы һыу буйлап сеймал ташый ала.

Шулай уҡ туристик-мәғлүмәти үҙәкте лә ҡараныҡ. Ундайҙар ҡалала бер нисәү буласаҡ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Сығанаҡ: t.me/agnazarov

"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"
"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"
"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"
"Халыҡтың күңелен яулар тип ышанабыҙ"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в