Йәмғиәт
28 Май 2022, 06:00

Ике ҡатын аҙашҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ике ҡатын аҙашҡанИке ҡатын аҙашҡан
Ике ҡатын аҙашҡан

Белорет районы биләмәһендәге Айғыр ауылы ҡаялары йылдан-йыл туристар араһында ҙур популярлыҡ яулай, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда йыш ҡына аҙашыу осраҡтары ла теркәлә.

Күптән түгел ауыл эргәһендәге урманда ике ҡатын аҙашҡан, бәхеткә күрә, улар 112 хеҙмәтенә үҙҙәренең ҡайҙалығын күрһәткән координаталарҙы әйтә алған. Ҡотҡарыусылар уларға телефон аша юлды өйрәткән һәм гүзәл зат вәкилдәре өйҙәренә ҡайта алды, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: ba.wikipedia.org

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас