Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2022, 21:45

Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө

"Стәрлетамаҡ егеттәре Ватаныбыҙ сиктәре ныҡлы ҡурсыу аҫтында икәнен күп тапҡыр раҫланы”.

Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Бөгөн илдә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән сара тураһында хәбәр иткәйнек инде. Байрам сараһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла уҙҙы.

Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарын ҡотлап сығыш яһаны. “Йәштәрҙең оло быуын сик һаҡсыларының данлы йолаларын дауам итеп, намыҫлы хеҙмәт итеүҙәре ҡыуандыра. Уларға өлгө алырлыҡ кешеләр күп”, – тине Рөстәм Ғәзизов.

Сарала ҡатнашыусылар Г. Жуков исемендәге скверҙа һәләк булған һалдаттарҙы хәтергә алды. “Сик һаҡсылары – ул ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Стәрлетамаҡ егеттәре Ватаныбыҙ сиктәре ныҡлы ҡурсыу аҫтында икәнен күп тапҡыр раҫланы”, – тине ҡала башлығы. 

Мәрхүм ҡаһармандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар. Аҙаҡ сик һаҡсыларына ҡуйылған һәйкәгә сәскәләр һалынды.

Мәғлүмәт, фотолар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең “Бәйләнештә”ге төркөмө.

Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Сик һаҡсылары – ҡаһарманлыҡ өлгөһө
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в