Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн киң ҡолас менән менән байрам итте. Иртәндән байрам саралары ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм ял паркының бөтә биләмәһен биләп алғайны. Көндөң дә матур, аяҙ, йылы булыуы халыҡты байрамға саҡырып торғандай булды.
"Хөрмәтле ҡала халҡы! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ҡала көнө һәм Химиктар көнө менән ҡотлайым! Стәрлетамаҡтың һәр кешеһе өсөн был ике байрамдың айырылғыһыҙ бәйләнеше (ҡаҡшамаҫ берҙәмлеге) асыҡ күренеп тора. Стәрлетамаҡ – ҡеүәтле химия һәм нефть химияһы ҡалаһы. Ошо ҡалала йәшәгән бер нисә быуын инде ҡалабыҙҙағы сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт итә. Беҙ ҡалабыҙҙың данлы традициялары һәм хәҙерге заман ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Стәрлетамаҡ йылдан-йыл күркәмләнә бара. Үҫешкән инфраструктура, төҙөлөп ятҡан социаль объекттар, төҙөкләндерелгән ҡала биләмәләре – былар барыһы ла заманса Стәрлетамаҡтың йөҙөн билдәләй.
Ғәзиз ҡалабыҙҙы яратҡанығыҙ, тоғролоғоғоҙ өсөн, уның именлеген хәстәрләгәнегеҙ, Стәрлетамаҡ сәскә атһын өсөн үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙгә рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле ҡала халҡы! Фәҡәт бергәләп дәррәү тотонғанда ғына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алабыҙ һәм, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеп, үҙебеҙ өсөн дә, киләсәк быуындар өсөн ҡалабыҙҙы йәмләндереп, артабан алға барасаҡбыҙ.
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Ысын күңелемдән һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тотороҡло мул тормош, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем! Ә ҡалабыҙ гөрләп сәскә атһын! Байрам менән!" - тип байрамдың тантаналы өлөшөн асты ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Ҡала көнө хас та һабантуйға оҡшаш булды. Ул "Сәләмәтлек биләмәһе"нән башланып китте. Ошо спорт майҙансыҡтарының береһендә милли көрәш тә ҡыҙыу барҙы. Ятҡан килеш штанга күтәреү буйынса ҡала чемпионатында ир-егеттәр генә түгел, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Ҡаланың төп майҙанында төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне: музыкаль, уйын, спорт, күңел асыу, концерт. Шулай уҡ Г.К. Жуков исемендәге скверҙа "Оҫталар ҡаласығы" урынлашҡан ине. Бында балалар сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар һарайы, үҙәкләштерелгән китапхана системаһы һәм башҡалар күргәҙмәләре ҡуйылған. Һәр кем ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, ҡул оҫталарының эштәре менән таныша алды.
Кескәйҙәр өсөн "Принцессалар парады" барыһын да һоҡландырҙы. Күренеп тора, әсәйҙәр тулҡынланһа ла, бәләкәй принцессалар үҙҙәрен тыныс ҡына тотто, матур итеп бейене. Ә бына "Коляскалар парадын"да ҡаланың йәш ғаиләләре балаларының коляскаларын төрлө машиналарға, тирмәгә, крокодилға, йәнһүрәт геройҙарына әйләндергәндәр. Был конкурста еңеүселәргә саң һурҙырғыс, телевизор, һыуытҡыс тапшырылды.
Ошо ваҡытта ҡолаҡҡа көслө тауыштар ишетелде, баҡтиһәң, алыҫта ғына автотауыш ярышы башланып ҡына тора икән. Бында автомобиль хужалары машиналарына төрлө колонкалар тағып йыр-моң ҡысҡыртты. Ошо ярышта ҡатнашыусы Фәрхәт Йосопов үҙенең автомобиленә барыһы туғыҙ колонка ҡуйған! Иҫ китәрлек, эйеме!? "Ярышта ҡатнашырға Әлшәй районынан килдем", - тине Фәрхәт.
Бындай ярыштың тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, автотауыш ярышы бик ҡыҙыҡлы үтте, Стәрлетамаҡ халҡы артабан да был уҙыштарҙы дауам итергә ниәтләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәнә бер ҡыҙыҡлы сараға нигеҙ һалынды.
Ҡала көнөнөң тағы ла бер үҙенсәлеге "Өс ҡаҙ" урам аҙығы фестивале булды. Бында Стәрлетамаҡ һәм Өфөнән 16 проект ҡатнашты. Ғәҙәттә, ниндәй генә илдә йәки төбәктә булһаҡ, иң беренсе аҙыҡ-түлек тәме оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыусан. Ә был көндә сит илдәргә бармайынса ғына, ошо фестивалгә килеп, донъяның төрлө илдәренең аҙыҡ-түлеген тәмләү мөмкинлеге булды! Яңы ғына бешеп сыҡҡан хуш еҫле йылы икмәк, татлы күмәстәр, төрлө эсле бәлештәр! Ҡарай башлаһаң, күҙ уйнай. Бындағы тәмлекәстәр тышҡы матурлығы менән генә арбап ҡалманы, ә телде йоторлоҡ тәмлелеге менән дә айырылып тора ине.
Үҙәк сәхнәлә ҡалабыҙҙың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһап, Стәрлетамаҡтарға байрам кәйефе бүләк итһә, кискә ҡарай Мәскәү ҡунаҡтары Тимур Родригез, Стас Михайлов, беҙҙең яратҡан артистарыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев, Гүзәл Уразова сығыш яһаны.
Халыҡ араһынан Рәзилә Мөхәмәҙиева менән аралаштыҡ. Ул байрамға ейән-ейәнсәрҙәре менән килгәйне. "Бөгөнгө байрам бик оҡшай. Ейәнем бына шахмат уйнаны, ейәнсәрем һүрәт төшөрҙө. Шулай төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, күңел асып йөрөйбөҙ. Башҡа йылдарға ҡарағанда ла бик яҡшы ойошторолған бөгөнгө байрам, афарин! Стәрлетамаҡ ҡалаһын бик ныҡ яратабыҙ, уның үҫеше өсөн һөйөнәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа ошо ҡалала төпләнгәнбеҙ", - тине Рәзилә апай.
Байрамды йомғаҡлап, Башҡорт сода компанияһы ҡала халҡына яҡтылыҡ шоуы бүләк итте.
Фотолар ҡала хакимиәте төркөмөнән алынды.