Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2022, 07:00

Балаларға теләктәр

Таң да атты, ҡояш ҡалҡты -Йым-йым ысыҡ үләндә.Балалар бәхетле булаТеләктәр теләгәндә.Ата-әсәләре эштә,Ваҡыттары ла юҡтыр.Өләсәй теләк әйткәндәСәғәт теле лә туҡтар.- Иртәнге ҡояшым, көнөм,Яҡтылыҡ менән килдең.Бәхетле, тәүфиҡлы булһынБалалары килендең.

Балаларға теләктәр
Балаларға теләктәр

Таң да атты, ҡояш ҡалҡты -
Йым-йым ысыҡ үләндә.
Балалар бәхетле була
Теләктәр теләгәндә.

Ата-әсәләре эштә,
Ваҡыттары ла юҡтыр.
Өләсәй теләк әйткәндә
Сәғәт теле лә туҡтар.

- Иртәнге ҡояшым, көнөм,
Яҡтылыҡ менән килдең.
Бәхетле, тәүфиҡлы булһын
Балалары килендең.

- Ҡояшҡайым, йылыңдың
Ебәр нурлы, ҡыҙылын,
Иманлы, шәфҡәтле булһын
Балалары ҡыҙымдың.

"Әлхәм"де уҡып бөттө лә,
"Аятел көрси" китте.
"Сөбхәнәхә-сәнә"нән һуң
"Шөкөр"гә сират етте.

- Рәхмәт, көнгә көн бирҙең,
Күҙемә күҙ-нур бирҙең.
Сафланды күңел күҙем,
Нәзәкәтлерәк һүҙем.

Игелек, һаулыҡ ебәрҙең,
Һалҡынын тыйҙың елдәрҙең.
Һаҡла уларҙы яман күҙҙән,
Һаҡла инде яман һүҙҙән.

Илебеҙҙә именлек тот,
Тыуған ергә өҫтә, Һин, ҡот!
Һин бер генә - мәрхәмәтле,
Изге күңелле, шәфҡәтле.
Ҡөҙрәтең дә ысын, ихлас.
Барып етһен доғам - "Ихлас".

(Рәсимә Ураҡсина).

Фото: skazka.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: