Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2022, 22:30

Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың...

Улдарын хәрби хеҙмәттән көткән һәр ата-әсәгә ошондай матур осрашыу, бәхет теләйбеҙ!

Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың...
Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың...

"Сибай Онлайн / Главный Сибайский Паблик" төркөмөндә матур видеояҙма сыҡты. Уны Ейәнсура районы Сәғит ауылынан Ләйсән Ҡәйепова (Ҡыуатова) төшөргән. "Ҡустым Рәлиф хәрби бурысын үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты", - тип тотош ғаиләләренең, яҡындарының оло ҡыуанысын еткерҙе ул. Уларҙың шатлығын ихлас уртаҡлашабыҙ, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Ошо ғаилә кеүек үк, балаларын армиянан көткән һәр кемгә бәхет йылмайһын. Егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын, илебеҙ тыныс булһын!

Видеояҙмала яңғыраған йырҙың һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Әсәйемә

Биргәнһең һин миңә
Ал нурын таңдарҙың.
Йыйғанһың һин миңә
Бар гөлөн таңдарҙың.
Биргәнһең ҡанаттар,
Талпыныр сағымда.
Балалыҡ рәхмәтем
Йырымда сағыла.


Ҡәҙерләп үҫтергән
Мин һинең емешең.
Күңелем гөл-баҡса,
Наҙлы ел һулышың.
Инде буй етһәм дә,
Мин һиңә сабыймын.
Күңелең наҙҙарын
Күҙеңдән таныйым.

Быларға бәрәбәр
Ни генә бирәйем?
Берҙән-бер бүләгем -
Тоғ(о)ро йөрәгем.
Итә күр ҡәнәғәт,
Риза бул ошоға.
Үҙеңә аталған
Йырымды ҡушып ал.

Бурыслы һиңә мин,
Әсәйем алтыным.
Һиңә тип эҙләнем
Донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты
Бирергә уйланым,
Үрелеп алырға
Етмәне буйҙарым.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в