

Яҙ етеү менән күптәр бройлер себештәре һатып ала һәм уны төрлөсә тәрбиәләй. Себештәр яҡшы үҫһен өсөн йылылыҡ, ҡоро иҙән, яҡтылыҡтан тыш, уларҙы дөрөҫ һәм файҙалы итеп ашатыу ҙа талап ителә.
Кемдер бәпкәләр өсөн махсус һатылған емгә өҫтөнлөк бирһә, икенселәре уны бешереп ашатыу яҡлы. Ә бына Әбйәлил районында йәшәгән Салауат Әминев бройлерҙарға үлән ҡырҡып ашата. Файҙалы ла, отошло ла, ҡый ҙа бөтә, ти ул. Ә һеҙ себештәрегеҙгә нимә ашатаһығыҙ, был видеояҙмаларға бәйле фекерҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.
Видеояҙмалар авторы: Салауат Әминев.
Фото: fermeru.pro