Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2022, 09:30

Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!

Өфөлә "Дуҫлыҡ" кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыш бара.

Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!
Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!

Рәсәйҙең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министр урынбаҫары Александр Чуприян менән Башҡортостан Башлығы Өфөлә "Дуҫлыҡ" кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярышты асты. Унда Рәсәй, Башҡортостан, Беларусь Республикаһы, Үзбәкстандан командалар ҡатнаша, ә Һиндостан ҡотҡарыусылары - күҙәтеүсе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ярышты тантаналы асып, “Янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштарҙың республикабыҙҙа уҙғарылыуы - беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Бындай саралар янғын һүндереү һәм кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса тәжрибә тупларға ярҙам итә”, - тине, спортсыларға ғәҙел көрәш, уңыштар теләне.  

Артабан республика етәксеһе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латиповҡа аэромобиль төркөмдәргә тәғәйенләнгән ике автобустың асҡыстарын тапшырҙы.

Ярыштың тәүге көнөндә көйәрмәндәр спортсыларҙың штурм баҫҡысы буйлап үрмәләүен, 100 метр буйынса һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы үтеүен, янғын эстафетаһын һ.б. тамаша ҡылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!
Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!
Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!
Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!
Спортсыларға - ғәҙел көрәш, уңыштар!
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: