Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2022, 12:30

Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу

Радий Хәбиров менән Андрей Чуприян - Республикаға идара итеү үҙәгендә.

Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу
Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу

28 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министры урынбаҫары Александр Чуприян Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.

Төбәк Башлығынының социаль коммуникациялар буйынса идара начальнигы Елена Прочаковская ҡунаҡтарға үҙәктең техник мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Аналитиктар 64 мәғлүмәт системаһы менән эш итә, тағы бер нисәһе – яңыртыу өҫтөндә.

Радий Хабиров белдереүенсә, ”Идара итеү үҙәгенең төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, сөнки ул граждандарҙың мөрәжәғәтенә тиҙ арала яуап бирергә ярҙам итә”.  

Александр Чуприянды Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының үҙәк менән нисек хеҙмәттәшлек итеүе ҡыҙыҡһындырҙы.

“Инцидент-менеджмент”, “Кире бәйләнеш платформаһы” һәм ваҡытлы матбуғат сралары ярҙамында социаль әһәмиәтле мәсьәләләр асыҡлана. Мәғлүмәт системалары менән бер рәттән үҙәктә гидрологик мониторинг алып барыла, биш видеокомплексты берләштергән “Урман һаҡлаусы” программаһы эшләй. Бигерәк тә янғын хәүефһеҙлеге дәүерендә уларҙың ярҙамы ҙур. Александр Чуприян Үҙәктең эшен юғары баһалап, янғын, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса халыҡты нимә хәүефләндерә, шуның буйынса социологик һорау үткәрергә тәҡдим итте. “Халыҡтың фекерен белеү ошо тәңгәлдәге мәсьәләләрҙе яйға һалыуға комплекслы ҡараш өсөн бик кәрәк”, – тине ул.

Артабан Республикаға идара итеү үҙәгендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса федераль министрлыҡтың үҙәк мөмкинлектәрен файҙаланып республиканың власть органдары менән теләктәшлеген булдырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды.

Радий Хәбиров менән Андрей Чуприян республикаға быйыл алынған яңы ҡотҡарыу вертолеты Ка-32А11ВС мөмкинлектәре менән дә танышты.

Фото: glavarb.ru

Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу
Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу
Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу
Төп бурысы – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: