

Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Транспорт министрлығына һылтанып хәбәр итеүҙәренсә, Өфө - Черниковка тимер юл участкаһында капиталь ремонт тамамланған.
Был эштәр иң күп уңайһыҙлыҡтарҙы Нуғай, Аҡбирҙе һәм ошо йүнәлештәге башҡа тораҡ пункттар халҡына килтергән. Эш барышында бөтә тимер юл составтарын Дим-2 - Иглин тимер юлының көньяҡ урау юлы буйлап йүнәлткәндәр. Өфө ҡалаһы Октябрь районының Зинин ҡасабаһы алдындағы тимер юл аша сыға торған ерҙә транспорт көсөргәнеше артҡан. Ошоға бәйле, Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары халыҡтан килгән бихисап ялыуҙарҙы теркәгән.
Республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был участкала светофор ҡуйылған, ул автоматлаштырылған режимда эшләй. Ҡыҙыл ут состав яҡынлашҡанға тиклем байтаҡ алда ҡабыҙыла. Поездарҙың бер-бер артлы, аҙ арауыҡта хәрәкәт итеүе лә проблема тыуҙыра, автомобиль йөрөтөүселәргә оҙаҡ ҡына поездар үткәнен көтөп торорға тура килә ине.
Халыҡ үтенесе буйынса, Өфө - Черниковка участкаһын төҙөкләндергән осорҙа был участкала көйләүсе эшләгән. Әлеге ваҡытта ремонт эштәре тамамланған, поездар башҡаса урау юлдан йөрөмәй. Хәҙер тимер юл аша сыға торған ерҙә транспорт сиселешен төҙөүҙәрен көтәбеҙ, был Нуғай йүнәлешендәге тығындар проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк, тип хәбәр итәләр Республикаға идара итеү үҙәгенән. Уны 2023 йылдың йәйенә төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Проекттың подрядсыһы – "Уралмостострой" компанияһы юл үткәргесен тиҙерәк асыу өсөн көс һала.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.