«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» яңынан бушлай уҡыу программаһы буйынса яңы һөнәр алыу өсөн ташлама биргән категорияларҙың береһенә инергә кәрәк:
- 35 йәшкә тиклемге кешеләр, шул иҫәптән:
* юғары уҡыу йорттарының һәм колледждарҙың һөнәре буйынса эш таба алмаған һуңғы курс студенттары;
* урта һөнәри йәки юғары белеме булмағандар;
* уҡыуын тамамлаған йәки армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ләкин шунан һуң дүрт ай эсендә эшкә урынлаша алмағандар;
* эшен юғалтыу ҡурҡынысы янағандар;
- мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр;
- өс йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар;
- 50 йәштән өлкәндәр.
Ә ниндәй һөнәр алырға мөмкин?
Визажист йәки бухгалтер, кондитер, дизайнер, хатта лаборант – проект Башҡортостанда йәшәүселәргә меңдән ашыу уҡыу программаһы тәҡдим итә.
Нисек яҙылырға?
«Рәсәй эше» порталына күсегеҙ: https://trudvsem.ru/information-pages/support-employm.., артабан – «уҡыуға яҙылырға». Барыһы ла әҙер – һеҙ белем биреү программаһын һайлау мөмкин булған бүлектә.
Кешеләр һәм эшҡыуарлыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ ярҙам сараларын Объясняем.РФ порталында табырға мөмкин: https://объясняем.рф/measures
Фото: vot69.ru