Йәмғиәт
31 Май 2022, 18:30

Ҡалаларыбыҙ төҙөк булһын өсөн

Быйыл да подъездарҙы, ихаталарҙы, ҡала киңлектәрен төҙөкләндереү дауам итә.

Ҡалаларыбыҙ төҙөк булһын өсөнҠалаларыбыҙ төҙөк булһын өсөн
Ҡалаларыбыҙ төҙөк булһын өсөн

Башҡортостан өҫтөнлөклө төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә юғары әүҙемлек күрһәтте. Иң ҡыҙыҡлы дизайн-проекттар өсөн 63 муниципалитетта 550 мең кеше тауыш биргән - Волга буйы федераль округында иң яҡшы һөҙөмтә. Был хаҡта бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдерҙе.

Дөйөм йорт мөлкәтен капиталь ремонтлау, күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау, ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү йылдам үҫә, тип билдәләне Алан Марзаев.

Мәҫәлән, 2022 йылда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 5,4 миллиард һумға 766 күп фатирлы йорт ремонтланасаҡ. республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса иҫәбенә 256 яңы лифт ҡуйыла һәм 28 күп фатирлы йорттоң ҡыйығы тәртипкә килтереләсәк. Түбәләрҙе, фасадтарҙы, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын капиталь ремонтлау буйынса миҙгел эштәрен 15 сентябргә тиклем, ҡалған эш төрҙәрен 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тамамлау күҙаллана.

"2022 йылдың 1 октябренә тиклем республикала күп фатирлы йорттарҙағы 896 подъезды яңыртасаҡбыҙ. 2019-2021 йылдарҙа 2 184 йорттағы 6 493 подъезд норматив хәлгә килтерелгән, - тине Алан Марзаев. – Ремонт йомғаҡтары буйынса унда йәшәгән кешеләр тикшереүҙә ҡатнаша. Подрядсылар башҡарылған эштәр өсөн бөтә иҫкәрмәләрҙе лә тулыһынса бөтөргәндән һуң ғына аҡса ала".

2022 йылда “Башҡорт ихаталары” республика программаһын ғәмәлгә ашырыуға бюджеттан бер миллиард һум бүленгән - уҙған йылға ҡарағанда 300 миллион һумға күберәк. Был 200 ихата биләмәһен яңыртырға, шул иҫәптән 170 мең квадрат метр юлға асфальт түшәргә, 4 550 туҡталҡа урыны ойошторорға, хәүефһеҙ резина япмалы 165 балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк.

"Беҙ видеокүҙәтеү системалары аша төҙөлөш-монтаж эштәренең үтәлешен контролдә тотабыҙ. Ихаталарҙы яңыртыуҙы 1 сентябргә тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ", – тине Алан Марзаев.

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу сиктәрендә 2022 йылда 126 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелә. Бынан тыш, 2021 йылда Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Күмертауҙа, Межгорьела, Бәләбәйҙә, Бөрөлә Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеүсе алты проект ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ Баймаҡта, Белоретта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Сибайҙа, Учалыла, Мәләүез районының Воскресенск ауылында һәм Йылайыр район үҙәгендә 2020 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе һигеҙ проект буйынса эштәр тамамлана. Төҙөкләндереүҙе 2022 йылдың 30 октябренә тиклем тамамлау күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә күп фатирлы йорттарҙа, ихаталарҙа, йәмәғәт биләмәләрендә капиталь ремонт эштәрен башҡарыу ваҡытын аныҡ контролдә тоторға һәм 2023 йылға эштәрҙе планлаштыра башларға ҡушты.

– Иң мөһиме – халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, проекттар халыҡ менән килешкәндән һуң ғына эшкә тотонорға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты коллективына йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү проекттарын әҙерләү буйынса башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Бәләкәй ижади коллектив ҡалаларыбыҙҙы һәм райондарыбыҙҙы үҙгәртә. Беҙ уның менән өс йыл рәттән федераль конкурстарҙа беренсе урынды биләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был эште дауам итергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас