Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 19:30

Ҡатмарлы осорға ҡарамай...

Республикабыҙ шифаханалары үҫешен дауам итә. 

Ҡатмарлы осорға ҡарамай...
Ҡатмарлы осорға ҡарамай...

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика шифаханалары эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеү булды.

Республиканың шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлеге тураһында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне. Уның белдереүенсә, республиканың туғыҙ шифаханаһы ковид осорон уңышлы үтте. 2021 йылда уларҙың дөйөм килеме 2020 йыл менән сағыштырғанда 6,2 процентҡа үҫкән һәм 3,7 миллиард һум тәшкил иткән. 2020 йылда – 3,5 миллиард һум, 2019 йылда 3,7 миллиард һум булған.

Шифаханаларға обсервацияға – республикала йәшәүселәрҙе карантинға урынлаштырыуға “дәүләт заказы” ҙур ярҙам күрһәтте. Ошо хеҙмәттәрҙе күрһәтеп, һауыҡтырыу ойошмалары 2020-2021 йылдарҙа ике миллиард һумдан ашыу аҡса эшләгән (2020 йылда 1,4 миллиард һум һәм 2021 йылда 612,5 миллиард һум).

Санкциялар шарттарында шифаханаларҙың эшенә булышлыҡ итеү маҡсатында министр улар өсөн 2022 йылдың аҙағына тиклем 1 һумға ер участкаларын льготалы ҡуртымға биреүҙе билдәләргә тәҡдим итте. Яҡынса ярҙам күләме 12,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Был сара республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы саралар планына индерелгән.

Шифаханаларҙың һәм курорттарҙың иҡтисади күрһәткестәре хаҡында һөйләгәндә, Наталья Полянская, иң ҙур шифахана – “Янғантау” – килемен 37 процентҡа арттырған һәм 96,2 миллион һум саф килем алған, “Йәшел сауҡалыҡ” – 24,7 миллион һум, тип хәбәр итте. Был - йылдың иң яҡшы һөҙөмтәләре.

Башҡортостан шифаханаһында бер койка-урындың уртаса хаҡы (дауаланыу менән йәшәү) - 3 467 һум (2021 йыл менән сағыштырғанда 26 процентҡа күберәк). Иң түбән хаҡ “Йәшел сауҡалыҡ”та теркәлгән – 1 550 һум (2020 йыл менән сағыштырғанда +12 процент).

Коронавирус пандемияһының ҡатмарлы осоронда Башҡортостандың дәүләт милкендәге туғыҙ шифаханаһы, рентабеллелек кимәлен һаҡлап ҡалыуҙан тыш, үҙҙәренең матди базаһын да үҫтерә алды, тине Наталья Полянская. 2020-2021 йылдарҙа улар үҙҙәренең аҡсаһы иҫәбенә төп капиталға 630 миллион һум инвестиция һалған.

Атап әйткәндә, “Янғантау” етештереү комбинатын төҙөүгә – 27 миллион һумдан ашыу, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуын ҡойоу цехын реконструкциялауға – 23 миллион һум, хеҙмәткәрҙәр өсөн биш ҡатлы торлаҡ йорт төҙөүгә 50 миллион һумдан ашыу аҡса һалды.

“Асы” шифаханаһы “Газпром Нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән хаҡы 32,9 миллион һумлыҡ йоҡо корпусы һатып алған.

Бөтә шифаханалар обсервациянан һуң йоҡо корпустарында косметик ремонт үткәргән, транспорт саралары һәм медицина ҡорамалдары һатып алған.

2021 йылда “Янғантау” - 95 процент, “Танып” - 91, “Йоматау” - 89, “Яҡтыкүл” 83 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итте министр.

Әгәр 2020 йылда шифаханаларҙың килемлелеген обсервация программаһы тәьмин итһә, 2021 йылда “Туристик кешбэк” федераль проекты (“Мир” картаһы эйәләренә юллама хаҡының 20 процентын ҡайтарыу) ҙур роль уйнаны. 2021 йылда һәм 2022 йылдың ғинуар - апрелендә Башҡортостандың туғыҙ шифаханаһына ошо программа буйынса 23 мең кеше килгән.

Башҡортостандың шифахана-курорт ойошмалары ассоциацияһы юлламалар эҙләү һәм онлайн-бронь һалыу өсөн үҙенсәлекле IT-платформа булдыра. Был турала ассоциация етәксеһе Константин Фролов һөйләне.

– Геосәйәси хәл тармаҡты һанлы үҙгәртеүгә ихтыяж булдырҙы, айырып әйткәндә, илдән киткән юлламаларҙы онлайн-бронь һалыу сервистарын алмаштырыу буйынса. Бөгөн беҙ үҙенсәлекле IT-платформа әҙерләйбеҙ. Ул республиканың шифахана-курорт учреждениеларына Башҡортостандан алыҫта ла танылыу яулау мөмкинлеге бирәсәк, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға ярҙам итергә кәрәклеге тураһында әйтте.

– “Красноусол” буйынса ҙур программаны тормошҡа ашырыу мөһим, шифаханаға үҫеш кәрәк. “Яҡтыкүл”гә лә беҙҙең ярҙамһыҙ алға китеп булмаясаҡ, яңы корпустарын төҙөп бөтөргә, ғөмүмән, хәл итәһе мәсьәләләр күп. “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа ла әллә ҡасандан республика ярҙамын күрһәткән юҡ, унда етди инвестициялар кәрәк. Бына “Ҡарағай” шифаханаһы бик яҡшы үҫешә, ни өсөн башҡалар үҫешә алмай? Ала, әлбиттә, – тине Радий Фәрит улы.

Шифаханаларға ярҙам итер өсөн республика етәксеһе һәр береһе буйынса финанс хәлен баһаларға һәм 2023-2024 йылдарға бюджет булдырғанда был мәсьәләне күҙ уңында тоторға ҡушты.

Фото: bluemorphotours.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в