Йәмғиәт
31 Май 2022, 16:53

Бәләкәйҙән өйрәтеү яҡшыраҡ

o-krohe.ruo-krohe.ru
Фото:o-krohe.ru

Һеҙҙең балағыҙ аҡса тота беләме? Яңғыҙы магазинға барып, берәй нәмә һатып ала аламы? Банк картаһының тәғәйенләнешен аңлаймы?

Балаларҙы бәләкәйҙән финанс ғилеменә өйрәтеү фарыз. Әлеге ваҡытта айырыуса. Икенсе яҡтан, ҡағыҙ аҡсалар әйләнештә көндән-көн кәмей бара. Бөтәбеҙ ҙә банк карталарына күнегеп бөттөк инде. Ә балалар? Уларҙы ла өйрәтергә кәрәк.

Һуңғы ваҡытта банктар балалар өсөн дә банк карталарын әҙерләүҙе йышыраҡ тәҡдим итә башланы. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн бөтә карталар ҙа ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә генә тултырыла һәм өлкәндәрҙең банк иҫәбенә бәйләнә. Тимәк, оло кеше баланың карта буйынса бөтә операцияларын да күрә һәм кәрәк саҡта үҙе лә эш итә ала. Был бик аҡыллы аҙым, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, ҡулдағыға ҡарағанда картала аҡса яҡшыраҡ һаҡлана.

Ә бына 14 йәш тулғандан һуң ата-әсәләр “бала” картаһындағы сығымдарға сикләү ҡуя алмай. Картаны урлаһалар йәки ул юғалһа, уны теләһә ниндәй ваҡытта блокировкаларға, һуңынан яңынан сығарырға мөмкин. Бынан тыш, әгәр мутлашыусылар “бала” картаһына инеү мөмкинлеге алһа, улар картаға бәйле иҫәп менән идара итә алмай. Был да ҡарар ҡабул итеү өсөн мөһим фактор, ти Рәсәй Финанс министрлығының Милли тикшеренеү финанс институтында Финанс ғилеме үҙәге етәксеһе урынбаҫары Анна Горелик.

Эксперт фекеренсә, бала беренсе класҡа барғас та уға карта асырға мөмкин. Был – аҡсаның нимә икәнен аңлау, сығымдарҙы күҙәтеп барырға өйрәнеү һәм аҡса туплауҙың яҡшы ысулы. Ата-әсәләргә балаға картаны файҙаланғанда финанс хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен аңлатыу һәм аҡсаға лимиттарҙы дөрөҫ ҡуйыу мөһим. Карта теләһә ниндәй теләктәрҙе тормошҡа ашырыусы тылсымлы таяҡ түгел, ә “пластик форматта”ғы өлкән ғаилә ағзаларының эшләгән аҡсаһы булыуы хаҡында һөйләргә кәрәк, ти Горелик.

Бала менән финанс хәүефһеҙлегенең тағы бер мөһим ҡағиҙәһе – картаны таныш булмаған кешеләргә генә түгел, дуҫтарға ла тапшырмау хаҡында һөйләү мотлаҡ. Уны ата-әсәгә генә бирергә ярай.

Артабан балаға һанлы гигиенаның төп ҡағиҙәләрен аңлатыу шарт. Мәҫәлән, картаның реквизиттары менән фотоһүрәттәрҙе кеҫә телефонында һаҡларға ярамай. Бигерәк тә уның артҡы яғында CVV-коды күренһә.

Һөйләшеүҙең дауамы – интернетта һатып алыуҙарға һәм түләүҙәргә дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү. Асылда, бында килеп тыуыуы ихтимал булған һәр төрлө проблемалар ата-әсәләр билдәләй алған лимиттар менән хәл ителә: сығымдарҙы ла, ҡулаҡсаны ла сикләргә мөмкин, ти белгестәр. Ләкин аңлашылмаған ҡушымталар һатып алмау кәрәклеген аңлатыу, төрлө подпискаларға яҙылыуҙы даими тикшереп тороу, ҡайһы сайт аша ниндәй һатып алыуҙар башҡарылыуын иғтибарлыраҡ күҙәтеү зарур.

Ата-әсәгә балаһы төҙәтелмәҫлек хата ҡылыр тип ҡурҡырға ярамай. Хеҙмәтләндереү шарттары иҫәп хужаларын хәүефтән ысынлап та яҡшы һаҡлай. Киреһенсә, балаға үҙ хаталарында өйрәнеү мөмкинлеген бирергә кәрәк – өҫтәүенә, был йәштә улар яҡшы иҫтә ҡала. Үҫмер сағында яуапһыҙлыҡ арҡаһында аҡса юғалтҡансы, башланғыс кластарҙа тәүге хаталарҙы яһап, тәжрибә туплау күпкә яҡшыраҡ.

Эш шунда: 14 йәштән һуң карталар туранан-тура балаға эшләнә, һөҙөмтәлә ата-әсәләр үҙ теләге буйынса сығымдарҙы сикләй алмай. Хатта банк бүлексәһендә лә ата-әсә паспорты һәм баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы менән “балалар” картаһынан аҡса алып йәки операциялары буйынса күсермәһен һорай алмай (был баланың ҡатнашлығында ғына мөмкин). Шуға күрә баланың картаны ата-әсәһе ҡарауы аҫтында һәм бәләкәйерәк йәштә ҡуллана башлауы күпкә яҡшыраҡ.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА 

Читайте нас