Башҡортостан төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән өҫтөнлөклө проекттарҙы һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә 550 кеше әүҙем ҡатнашҡан. Был – Волга буйы федераль округында иң һәйбәт күрһәткес.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо турала һөйләне. Ул капиталь ремонт күләменең үҫә барыуын да билдәләне. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостанда 766 күп фатирлы йортто капиталь йүнәтеү ҡаралған, был 5,4 миллиард һум тәшкил итә.
Р. Хәбиров муниципалитеттар етәкселәренә йорттарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен ремонтлау ваҡытын контролдә тоторға, хәҙерҙән үк 2023 йылға эштәрҙе билдәләй башларға ҡушты. “Иң мөһиме – халыҡтың фекерен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, проекттарҙы кешеләр менән кәңәшләшкәс кенә башларға", – тип айырып билдәләне.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/