Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 21:25

Иҫке Бәпес халҡы эшләй ҙә, ял да итә белә

Урындағы халыҡ элек-электән тырыш һәм эшһөйәр.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Урындағы үҙидара көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе  хакимиәте башлығы” тигән конкурс ойошторғайны. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин икенсе урын яуланы. Конкурс шарттарына ярашлы ауыл биләмәһендә булып, урындағы халыҡ менән яҡындан таныштыҡ. 

 

Уңышлы эшләйҙәр

 

Иҫке Бәпес ауыл биләмәһенә туғыҙ ауыл ҡарай – Иҫке Бәпес, Ҡарлыманбаш, Яңы Бәпес, Абдулла, Яңы Ҡуғанаҡ, Яңы Бишауыл, Смоленка, Адвокатовка, Липовка. Әммә Адвокатовка менән Липовка ауылдары картала булһа ла, уларҙа халыҡ йәшәмәй. Биләмәлә күп ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, һәм был уңыш урындағы власть менән берҙәм хеҙмәттәшлек итеүгә лә бәйле.

– Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә 1134 кеше йәшәй. Урындағы халыҡ элек-электән тырыш һәм эшһөйәр, уңған, белемле, әүҙем, дәртле, һәр яҡлап һәләтле булыуы менән айырылып тора. Халыҡҡа медицина ярҙамын Иҫке Бәпес һәм Ҡарлыманбаш ауылдарында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты күрһәтә. Балалар Иҫке Бәпес ауылындағы “Йәйғор” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөй, Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең филиалы эшләй. Бынан тыш, ауыл биләмәһендә почта бүлексәһе, Ҡарлыманбаш ауылында – клуб, Иҫке Бәпестә күп функциялы мәҙәниәт йорто һәм китапхана бар, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы.

 

Янғын да һүндерә, дингә лә хеҙмәт итә

 

Ауыл биләмәһендә янғын һүндереү депоһы бар. Унда Флүр Хөснөтдинов менән Рәфил Шахморатов хеҙмәт итә.

Йәй осоронда иң борсоулы проблема­ларҙың береһе – янғын. Шуға ла бында миҙгелде хәүефһеҙ үткәреү өсөн әҙерлекте иртә яҙҙан уҡ башлайҙар. Планға ярашлы ағымдағы ремонт эштәре уҙғарылған, шулай уҡ урман янғындарын һүндереү техникаһын һәм янғын һүндереү сараларын техник хеҙмәтләндереү дауам итә. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәп, ауыл, урман ситтәренә махсус һыҙат һөргәндәр. Ауылдар буйлап өй һайын йөрөп, халыҡ менән әңгәмәләр ойош­торғандар, янғын һаҡсылары инструктаж үткәргән.

Рәфил Шахморатов Иҫке Бәпес ауылындағы “Нур” мәсете имам-хатибы ла булып тора. Беҙ барғанда  Рәфил Зиннур улы мәсеттә ине.

Ул сығышы менән Яңы Бәпес ауылынан. Тәүҙә – водителгә, һуңынан агрономға уҡып сыға. Мәктәптә 24 йыл балаларҙы механизатор һөнәре серҙәренә өйрәтә. Тик уҡыусылар һаны кәмегәс, 2015 йылда трактористар әҙерләү курстары ябыла. Егәрленең етмеш төрлө һөнәре бар тигәндәй, Рәфил Шахморатов мәктәптә ҡарауылсы булып эшләүен дауам итә, шулай уҡ ирекле янғын һүндереү дружинаһында водитель булып тора.

– Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса дин юлына баҫабыҙ. 2018 йылда имам булырға саҡырҙылар. Мәсет урынлашҡан был бина тәүҙә ауыл Советыныҡы булды, һуңынан медпункт иттеләр. Былтыр изге йорт итеп астыҡ.

Мәсет асыҡ булырға, халыҡ йөрөргә тейеш. Яйлап йолаларҙы үтәп киләбеҙ, халыҡ та дингә ылығыр, тигән өмөттәбеҙ. Быйыл күптәр ураҙа тотто. Көн дә аҙан тауышы яңғырауы, йома көндәрендә вәғәздәр һөйләү һөҙөмтәһен бирәлер.

Ауыл биләмәһе башлығы мәсетте ремонтлауға күп көс һалды. Уның район хакимиәтендә эшләү тәжрибәһе ойоштороу эшендә тойола. “Уңыш” йәмғиәте, район һәм ауыл биләмәһендә йәшәгән эшҡыуарҙар, Себерҙә эшләгән үҙебеҙҙең егеттәр, ауыл халҡы бергәләп мәсеткә капиталь ремонт үткәреүҙә ҡатнашты, аҡсалата ла, ҡул көсө менән дә ярҙам итте, – тип уртаҡлашты Рәфил Зиннур улы.

 

Уңған эшҡыуарҙар бар

 

Ауыл биләмәһендә халыҡты аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән сауҙа нөктәләре бар. Ришат Мифтахов, Рәиф Хәлитов, Радик Хәлитов, Әнүр Хәлитов, Рәүеф Мифтаховтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшләй. “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Ауыл халҡының бер өлөшө ошо хужалыҡтарҙа үҙенә шөғөл тапҡан.

Ауыл биләмәһендә халыҡҡа йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн йыл һайын планға ярашлы эштәр алып барыла. Әлбиттә, бөтә мәсьәләләрҙе лә бер юлы хәл итеп булмай, әммә тырышҡанда, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин. Мәҫәлән, “Урамдарҙы яҡтыртыу системаларын модернизациялау” программаһына ярашлы бөтә ауылдарҙа энергияны һаҡсыл сарыф иткән диодлы лампалар ҡуйылған. Был эште 2018 йылда уҡ атҡарып сыҡҡандар. Ошо ваҡытҡа тиклем ауыл биләмәһендә бөтәһе 38 лампа янһа, әле 182 прожектор эшләй.

Сүп-сар реформаһы башланғас та ауылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар урынлаштырғандар, махсус майҙансыҡтар профнастил менән кәртәләп алынған.

– Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Ауыл биләмәһендә һыу үткәргес бөтөнләй юҡ. Ҡайһы бер хужалар үҙҙәре ҡоҙоҡ ҡаҙытып ҡулланһа, булмаған урындарға үҙебеҙ ҡаҙабыҙ. Мәҫәлән, 2020 йылдан алып 12 ҡоҙоҡ ҡаҙҙырттыҡ. Быйыл иһә биш ҡоҙоҡ эшләнек. Былтырғы ҡоролоҡта хатта көтөүгә сыҡҡан малға эсер һыу юҡ ине. Шуға ла ауылдарҙа быуалар булдырылды. Дамбалары емерелеп, һыуҙары киткән ҡайһы бер быуаларҙы ҡабаттан тергеҙҙек. Ҡарлыманбаш һәм Яңы Бәпес ауылдарында былтыр өс һыу ятҡылығы ремонтланды. Былтыр Иҫке Бәпес ауылындағы Утар күлен һәм Абдулла ауылындағы күлде таҙартып, төптәрен тәрәнәйттек, – ти Азамат Муса улы.

 

Социаль учреждениеларға иғтибар ҙур

 

Ауыл биләмәһендә социаль тармаҡты үҫтереүгә иғтибар ҙур. Һуңғы йылдарҙа Иҫке Бәпес ауылы мәктәбен борсоған күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшкәндәр. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса мәктәптең ҡыйығын япҡандар, “Уңыш” йәмғиәте ярҙамында ҡойма эшләгәндәр. Мәктәптең тәҙрәләре тулыһынса алмаштырылған, эстә йылы бәҙрәф ҡуйылған, ашхана төҙөкләндерелгән һәм тулыһынса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, йылылыҡ системаһы яңыртылған, спортзалға капиталь ремонт эшләнгән, коридорҙың иҙәнен яңыртып, линолеум түшәгәндәр.

Әйткәндәй, Иҫке Бәпес ауылы мәк­тәбендә ун уҡытыусы уҡыта һәм алты техник хеҙмәткәр эшләй.

– Әле 73 бала белем ала, киләһе уҡыу йылына беренсе класҡа биш бала киләсәк. Бер нисә йыл балалар ошо кимәлдә һаҡланып килә. Беҙҙең уҡытыусылар төплө белем бирә, мәктәпте тамамлаусылар бөтәһе лә теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инә. Балалар һаны кәмей бара, сөнки йәштәр ҡалала йәшәргә ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күп кенә башҡорт ауылдарына хас күренеш, – ти мәктәп ди­ректоры Рамазан Раян улы Шәй­мерҙәнов.    

Ҡарлыманбаш һәм Абдулла ауылдарында уйын майҙансыҡтары төҙөкләнде­релгән. Иҫке Бәпес һәм Яңы Ҡуғанаҡ ауылдарында “Ҡыш” тип аталған тау шыуыу ҡорамалы урынлаштырылған.

– Киләсәктә майҙансыҡтарҙа балалар тауышы тынмаҫ, был урындар малайҙар­ҙың һәм ҡыҙҙарҙың яратҡан урынына әүерелер, тип ышанабыҙ, – ти ауыл биләмәһе башлығы.

Бында юлдар ҡараулы

 

Былтыр Яңы Бишауылға илткән юлда өлөшләтә ремонт эшләгәндәр, ҡом-таш түшәгәндәр. Шулай уҡ Иҫке Бәпес ауылында Баҡса, Урман, Беренсе май урамдарына ҡом-таш һалғандар.

– Яңы Бәпес ауылына ингән юлда тау итәгенә ҡом-таш түшәп торабыҙ, ҡар, ямғыр һыуы ағыҙып алып китеп тора, шуға күрә был беҙҙең ҙур проблема булып ҡала килә. Янғын һүндереү депоһына илткән юлда һәм мәктәптең артҡы урамына ҡом-таш түшәнек, – ти Азамат Муса улы.

Ҡышын да ауыл урамдары, юлдары ҡарҙан ваҡытында таҙартыла. Был мәсьәләне ауыл биләмәһенең үҙенең техникаһы булыуы хәл итеүгә булышлыҡ итә.

– Ауылға тиклемге трасса юлдары юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығы ҡара­мағында булһа, ауыл араһындағы юлдарҙы таҙартыу – ауыл биләмәһе бурысы. Ауылдар араһындағы юлдарҙы тәртиптә тотоу, юл ситендәге үләнде сабыу эштәрен Яңы Бишауыл ауылынан тракторсы Рәмзил Ғөбәйҙуллин башҡара. Ул үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы һәм ваҡытында башҡара, халыҡ уның хеҙмәтенән бик ҡәнәғәт, – тип уртаҡлашты Азамат Муса улы.

Һуңғы ике йылда Ҡуғанаҡ, Смоленка ауылдарының зыяраттарын кәртәләгән­дәр. Шулай уҡ Ҡарлыманбаш, Иҫке Бәпес, Яңы Бишауыл һәм Яңы Бәпес зыярат­тарындағы ваҡ-төйәк эштәр тамамланған.

Тәртип булһын өсөн аҙна һайын тиерлек өмәләр ойошторалар, төрлө акцияларҙа ҡатнашалар.

– Ауылдарҙа алып барылған тағы бер ыңғай күренеште лә билдәләп үткем килә – ул да булһа эскелеккә ҡаршы көрәш. Әле ауылдарҙа алкоголле эсемлек һатыусылар юҡ тиерлек. Беҙ улар менән көндәлек осрашыуҙар үткәрәбеҙ, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәбеҙ.

 

Һәр эштә берҙәмлек кәрәк

 

Ауыл биләмәһе – үҙе бер дәүләт. Ундағы мәсьәләләрҙе ауыл хакимиәте башлығы бер үҙе генә хәл итә алмай. Ауыл Советы депутаттары, старосталар, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро вәкилдәре менән берҙәм эшләгәндә генә, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә ошо берҙәмлек тойола, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр.

– Ауылдың әүҙем кешеләре менән йыш осрашабыҙ, бергәләп төрлө саралар үткәрәбеҙ, төҙөкләндереү эштәрен башҡа­рабыҙ, өмәләргә сығабыҙ. Граждандар йыйынында ауылдарға ҡағылған мәсьә­ләләрҙе хәл итәбеҙ, – ти Азамат Муса улы.

Тормош алға бара, һәр замандың үҙ талаптары. Бына Иҫке Бәпес ауылы биләмәһе лә ошо заман арбаһында барырға тырыша, хәл итәһе мәсьәләләре лә бар.

– Быйыл Иҫке Бәпес күп функциялы мәҙәниәт йортон “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсерергә ниәтләйбеҙ. Еңеү паркында ла төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Иң алғы һыҙыҡта торған сик һаҡсылары хеҙмәттәренә мәңгелек дан билдәһе булып Иҫке Бәпес ауылында сик һаҡсыларына обелиск асылды. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла йыл һайын ҡатнашып торабыҙ. Иҫке Бәпес ауылы халҡы ағымдағы йылда ла ошо программала ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм, әгәр еңеүгә өлгәшһәк, “Йәйғор” балалар баҡсаһының түбәһен алмаштырыу ҡаралған, – тине ауыл биләмәһе башлығы.

 

Ауыл тураһында китап сығасаҡ

 

Азамат Муса улы тағы ла бер һөйөнөсө менән уртаҡлашты – Иҫке Бәпес ауылы биләмәһенең тарихы, ер-һыу атамалары, ошонда тыуып-үҫеп, өлгөлө тормош һәм хеҙмәт юлы үткән ауылдаштары, һуғыш һәм тыл ветерандары, орден-миҙалдарға лайыҡ булғандар, хеҙмәт алдынғылары, төрлө премия лауреаттары, үҙ эшенә тоғро ябай хеҙмәт кешеләре, өлгөлө ғаиләләр һәм башҡа лайыҡлы ауылдаштар тураһында китап сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Был изге эштә яҡташтары Фәнил Ҡоҙаҡаев ҙур ярҙам итә. Шулай уҡ  ауылдаштары Фирүзә Абдуллинаның Иҫке Бәпес ауылына бағышланған шиғырҙарына йыр ҙа ижад иткәндәр, ә Азамат Ғәйфуллин уға көй һалған.

Әйткәндәй, Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы филармония кеүек гөрләй. Унда 12 клуб төркөмө эшләй.

Наилә Миңислам ҡыҙы Ишемғолова етәкселегендәге “Бөрлөгән” башҡорт фольклор төркөмөндә – 16, “Хазина” балалар фольклор төркөмөндә – 16, “Осҡон” балалар йыр төркөмөндә – 15, “Оҫта ҡулдар” бәйләү, сигеү, башҡорт милли биҙәүестәре эшләү түңәрәгендә 19 кеше шөғөлләнә.

Илдар Салауат улы Хәсәнов “Өмөт” театр түңәрәген алып бара, унда 19 кеше уйнай. Илдар Салауат улы – “Умырзая” йыр ансамбле етәксеһе лә. Ул шулай уҡ шахмат һөйөүселәрҙең клубын да алып бара.

Ауыл клубының баш мәҙәни ойоштороусыһы Гөлназ Тахау ҡыҙы Ғаффарова бында 2001 йылдан бирле эшләй. Уның етәкселегендәге “Мираҫ” ҡумыҙсылар ансамблендә – ун, балалар өсөн “Йәдкәр” ансамблендә ун кеше шөғөлләнә. “Шаян ҡыҙҙар” бейеү түңәрәгенең ололар һәм балалар төркөмдәре уңышлы эшләй. Ауыл мәктәбенең китапханасыһы Гөлнур Мирғәли ҡыҙы Шәймерҙәнова ауылдаштарын бейеү серҙәренә өйрәтеүгә тос өлөш индерә.

– Башҡорт милли йолаларын тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Түшелдеректәр, ҡашмауҙар тектек. Әле үҙебеҙҙең Табын ырыуына ғына хас милли биҙәүестәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Септә үреү, балаҫ һуғыу ҡорамалдары бар. Ул шөғөлдәргә лә яйлап өйрәнәбеҙ, – тип уртаҡлашты Гөлназ Тахау ҡыҙы.

Былтыр Иҫке Бәпес ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортоноң фасады һәм йылылыҡ системаһы алмашты­рылған. “Элек мәҙәниәт йорто бинаһы дым тартып, күк еҫе сығып тора ине. Йылылыҡ селтәрен алмаштырғас, хәҙер был мәсьәлә беҙҙе борсомай”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

 

Китапхананан кеше өҙөлмәй

 

Хәҙер ауыл китапханаларына иғтибар ҙур. Иҫке Бәпес моделле китапханаһы эше менән танышҡандан һуң, беҙ быға тағы ла инандыҡ. Уңған хеҙмәткәрҙәр – 20 йыл хеҙмәт стажы булған баш китапханасы Әлфиә Байдәүләтова менән йәш китапханасы Альбина Әлимбәкова менән аралаша башлағас та, бында үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр эшләгәнен аңлайһың.

Китапхана 1947 йылдан бирле эшләп килә, ә 2015 йылда “Беҙҙең ата-бабалар ере – башҡорт ере” башҡорт халҡының тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлау моделле ауыл китапханаһы статусын алыуға өлгәшкән. 

Китапханала тирә-яҡты өйрәнеү эше менән дә ныҡлап шөғөлләнәләр. Бында хәтер, әҙәби һүрәтләмәләр, презентация, китап туйҙары, яҙыусылар менән осрашыуҙар даими үткәрелә. Моделле китапхана булдырған саҡта тирә-яҡты өйрәнеү залын асҡандар, шунда уҡ “Башҡортостан ынйылары” этнография мөйөшө урынлашҡан.

Китапханала 2003 йылдан “Кәрәҙ” шиғриәт һөйөүселәр клубы балаларҙа әҙәбиәткә һөйөү уятыуға тос өлөш индерә. Унда балаларҙы шиғыр яҙыу серҙәренә өйрәтәләр, йәш ижадсыларҙың эштәрен туплап, китапсыҡтар баҫтыралар. “Бәпембә” ҡурсаҡ театры ла балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙе, йәш быуындың һәләтен ижади яҡтан күрһәтеүҙе, актерлыҡ оҫталығы нигеҙҙәренә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, китапханасылар ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ситтә ҡалмай. 

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

 

Быйыл апрелдә, Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфирә Кинйәғоловаға юғары һөнәри оҫталыҡ һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Ул был вазифала 32 йыл эшләй.

 – Иҫке Бәпес ауыл Советы биләмәһендә дуҫ һәм татыу, эшһөйәр ха­лыҡ йәшәй, шуға күрә эш­ләүе лә еңел. Әммә шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлек йүнәлештәре артып тора, эш араһында яңы программалар, мәғлүмәт системаларын да тиҙ һәм етеҙ рәүештә өйрәнергә тура килә. Эш күп, күпселек ваҡытта эштән һуң ҡалып, йә булмаһа өйгә алып ҡайтып эшләйбеҙ, –  ти Зөлфирә Мулланур ҡыҙы.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, ти халыҡ әйтеме. Зөлфирә Кинйәғолова ла үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған.

 

Бында септә оҫтаһы йәшәй

 

Халҡыбыҙҙа иҫ китмәле һәләтле, оҫта кешеләр бар. Улар иҫәбенә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылындағы күп тармаҡлы ауыл клубында эшләгән Илдар Салауат улы Хәсәновты ла индерергә мөмкин.

Ул ауыл клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләй, бер нисә түңәрәкте алып бара. Уның етәкселегендә көслө театр түңәрәге эшләй, шулай уҡ хәҙер инде һирәк осраған септә үреү кәсебен тергеҙеүгә лә тос өлөш индерә.

– Септә үреү кәсебе башҡорт халҡында борон-борондан булған, сөнки халҡыбыҙ элек-электән йылҡысылыҡты үҙ иткән. Ә атты һәр ваҡыт һарайҙа ғына тотоп булмай. Тирләп ҡайтҡан малҡайҙарҙы ошолай елләтеп кенә киптерер өсөн септә һуҡҡандар, үргәндәр. Һуңғы йылдарҙа ат тотҡандар арта бара. Шуға күрә әлеге көндә заказдар ҙа күп. Кәсеп итеүҙән тыш, мин милли сараларҙа ҡатнашам – һабантуйҙарҙа, Аксаков көндәрендә септә үреп күрһәтәм.

Минең атай ғүмер буйына йылҡы тотто, ат ҡараусы булып эшләне. “Маҡтау таҡтаһы”нда торҙо. Мин шул ваҡыттан уҡ күреп, өйрәнеп үҫтем. Был станок, ысынлап та, 70-се  йылдарҙан һаҡланған. Һалабашты үҙем йүкә сәскә атҡан саҡта һалам, үҙем әҙерләйем. Ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп хәҙер. Балалар ҙа ҡыҙығып ҡарап китә, оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарам. Йәш быуын бик ҡыҙыға, ҡарай, һораша. Был кәсеп тергеҙеүҙе талап итә, сөнки шәхси хужалыҡтарҙа аттар күбәйгәндән-күбәйә, туристик йүнәлештәр асалар. Юлдан тирләп ҡайтҡан атты һарайға ғына бикләп ҡуймайһың, ә өҫтөнә септә һалып торһаң, ул үҙ йылылығын тота, тирене ҡатырмай. Һарайһыҙ ҙа ул ҡыш көндәрендә йылыла тора, – тип шөғөлө хаҡында һөйләне септә үреү оҫтаһы Илдар Салауат улы.

 

Балаҫ һуғалар

 

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Наилә  Ишемғолова башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе – балаҫ һуғыу серҙәрен үҙләштергән. Ул Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубында “Бөрлөгән” башҡорт фольклор төркөмөнөң етәксеһе лә.

– Күп ерҙәрҙә йөрөргә тура килде. Кешеләрҙең ошондай станоктар алып эшләгәненә һәр ваҡыт һоҡланып, күҙем ҡыҙып йөрөй торғайным. Өфөлә бер ҙур ғына сарала Гүзәл Вәлитова тигән һеңлекәш менән танышып алдым. Ул Миәкә районынан. Һөйләшеп киттек. Станоктар тураһында һораштырғылай башлағас, ул: “Беҙ эшләп һатабыҙ, мөмкинлегегеҙ, теләгегеҙ булһа”, – тине. Эшләп, Өфөгә килтереп, ҡалдырып киттеләр. Улым ауылға алып ҡайтты. Яйлап “Бөрлөгән” ансамблендәге апайҙар менән балаҫ һуғырға өйрәнә башланыҡ. Ҙур итеп балаҫтар һуҡҡаныбыҙ юҡ әле. Алла бирһә, матур балаҫтар һуғырбыҙ, ҙур сараларҙа ҡатнашырбыҙ, тип уйлайым. Шундай өмөттә йәшәйбеҙ әлеге ваҡытта, – тип уртаҡлашты Наилә Ишемғолова.

Иҫке Бәпес оҫталары балаҫтарҙы әлегә үҙҙәре өсөн генә эшләй.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: