Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 15:30

Мәңгегә батыр булып ҡалды

Тыныс йоҡла, Әбйәлил егете... 

Мәңгегә батыр булып ҡалды
Мәңгегә батыр булып ҡалды

Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите ауыр яңылыҡ менән уртаҡлашты. Яҡташтары, Ишҡол егете, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең кесе сержанты Фидан Солтанов Украинала барған махсус операцияла, хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булған. Был турала район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

“Әбйәлил егете Украинала барған махсус операция барышында һәләк булды һәм мәктәп йылдары үткән Ишҡол ауылында ерләнде. Рәсәй Ҡораллы Көстәре рәтенә Фидан 2017 йылда саҡырылған. Сроклы хеҙмәтте Хабаровскта связист булып үтә, кесе сержант званиеһын ала. Бер йыл хеҙмәт иткәс, әйләнеп ҡайта, Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Ә 2022 йылдың майында хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итә.

Йәштәрҙең китеүе бигерәк ауыр. Фидан ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙе тураһында изге хәтер ҡалдырҙы. Бик иртә атайһыҙ ҡалһа ла, үҙаллы, дисциплиналы, яуаплы булып үҫкән. Һәр саҡ әсәһе Нуриҙә Дим ҡыҙына һәм өс һеңлеһенә ярҙам итергә тырышҡан. Бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнгән, танылған төбәк батыры ине. Ул беҙҙең өсөн батыр булып ҡалды ла – геройҙың исемен бер ҡасан да онотмаҫбыҙ”, – тип яҙҙы ул.

– Ватаныбыҙ мәнфәғәтен һаҡлап һәләк булған тоғро ил һаҡсыһы, батыр һалдат менән мәңгелеккә хушлашабыҙ. Украинала барған махсус операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн Фидан Солтанов, үлгәндән һуң, Рәсәй Президенты Указына ярашлы Батырлыҡ ордены менән наградлана, – тине матәм митингыһында Фидандың командиры Юрий Анатольевич.

Фидан Рөстәм улын кисә Ишҡол ауылы зыяратында ерләгәндәр.

Батыр һалдаттың әсәһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Осҡон" гәзите. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: