Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 21:51

Һәр йортҡа – йәйен

Оҙаҡламай уларҙың йәйендәрен бар республика белер әле!

Фотолар “Ҡариҙел”  гәзитенән.
Фото:Фотолар “Ҡариҙел” гәзитенән.

Башҡортостанда алдынғы ҡарашлы, тырыш эшҡыуарҙар бихисап. Улар бизнестың яңынан-яңы төрҙәрен уйлап табып ҡына тора. Бөгөн шуларҙың береһе – Эльвира Несмиянова менән таныштырмаҡсыбыҙ. Уның фермаһы бар. Тик ул ябай ферма түгел, ә акваферма! Эльвира Әснәф ҡыҙы “Һәр йортҡа йәйен” тип аталған акваферма проектын тормошҡа ашыра.

Был Башҡортостан өсөн бер аҙ ятыраҡ, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ­лы һәм, иң мөһиме, перспективалы проект нимәнән башланған икән? Ҡатын үҙенең проектын 2019 йылдың ноябрендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнаш­лығындағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткән эш кәңәшмәһендә тәҡдим иткән булған. Осрашыу йом­ғаҡ­тары буйынса ҡорамал­дар һатып алыуға сығым­дарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн муниципаль программа сиктәрендә ярҙам күрһәтергә ҡарар ителгән. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йылда Эльвира Әснәф ҡыҙы республи­каның Ауыл хужа­лығы министр­лығынан “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса “Агростартап” грант проекты сиктәрендә лә ярҙам алған.

Һөҙөмтәлә эшҡыуар ябыҡ һыу тәьминәте системаларында яһал­ма бассейндарҙа кларий (африка) йәйенен үрсетә башлаған. Бындай системаларҙа балыҡ үрсе­теү, мал аҙығы биреү, ҡул­ланылған һыуҙы алмаштырыу, балыҡ өсөн туҡлыҡ­лы элементтарҙы тергеҙеү, бил­дәле бер температуралағы һыуҙы һаҡлау һәм уны таҙартыу, кислород менән туйындырыу процесы автоматик режимда башҡарыла. Фермала булдырылған шарттар дүрт цикл сиктәрендә йылына 10 тоннаға тиклем әҙер продукция сығарырға мөм­кинлек бирәсәк.

Эшҡыуар дәүләттән 3 мил­лион һум күләмендә грант алған. Аҡса­ның ҙур өлөшө ҡорамалдар һатып алыу һәм монтажлауға тотонолған. Бында һыу даими рәүештә таҙартыла һәм йылытыла.

– 20 йыл дәүләт хеҙмә­тендә эшләнем. Көн һайын бер төрлөлөк, ялҡып та бөткәйнем. Күңел ниндәйҙер үҫеш, хәрәкәт теләне. Ә ғаиләбеҙҙең яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Уны бизнесҡа әйләндереп булыр тип тәүҙә башыма ла инеп сыҡманы. Ирем һаҙан үрсетергә хыяллана ине, тик ул – быуала йәшәй торған балыҡ. Мин балыҡсылыҡҡа махсус рә­үештә үҙебеҙҙең Башҡорт­остан дәүләт аграр университетында уҡыуҙа булдым, ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Улар беҙҙе ошо балыҡ менән таныштырҙы,  уңышлы яҡтарын аңлатты. Шуға күрә йәйенде һайларға булдыҡ, – тип һөй­ләй эшҡы­уар. – Йәйендең берҙән-бер кире яғы – улар йылы ярата, тимәк, энергия ресурстарына сығымдар ҙур. Әле һыуҙы газ менән йы­лытабыҙ. Башҡа яҡтан ба­лыҡтың әллә ни ауырлығы юҡ.

Шулай уҡ ем өсөн дә аҡса күп кенә китә икән. Бер килограмы – 100 һумдан ашыу. Ун мең йәйенде ашатыу өсөн 800 мең һум аҡса кәрәк. Эльвира ем алыуға ла дәүләт субсидияһы булһа ине тип хыяллана.

Әле уларҙың акваферма­һын­дағы ике бассейнда ике мең ярымдан ашыу йәйен балаһы йәшәй. Уларҙы ғин­уарҙа һатып алғандар. Июнь башланғансы балыҡтар берәр килограмм самаһы тере ауыр­лыҡ йыясаҡ. Шул саҡтан һата башларға мөм­кин. Ә быға тиклем Эльвира балыҡ үрсетеү менән ҡыҙыҡ­һыныуҙан ғына шөғөл­ләнгән, уларҙы йортоноң подвалын­дағы ваннала тотҡан.

“Балыҡ менән аралашыу нер­вы­ларҙы бик тынысландыра”, – тип билдәләй фермер Эльвира Несмиянова. Киләсәктә был эше уға яҡшы табыш килтерәсәк. Ул үҙенең йәйендәрен килограмын 400-өшәр һумдан һатасаҡ. Ни бары балыҡтың үҫкәнен генә көтөргә кәрәк.

Сығымдары күп булыуға ҡара­маҫтан, уның үҙенән һәм иренән тыш ике эшсеһе лә бар: водитель һәм балыҡ үрсетеүсе.

– Балыҡ менән эшләүе оҡшай. Тыныс эш. Барыһы ла һәйбәт, хеҙмәт хаҡы ла лайыҡлы, – ти балыҡ үрсе­теүсе Елена Ляпустина.

Йәйен балығын бик яратып ашаған кешеләр күп. Күптәр уны Ҡариҙелгә барып, фермерҙан һатып алырға йыбанмай. Хәҙер иһә акваферма киңәйгәс, йәйен баш ҡала магазиндарында ла килеп сығыр тип өмөтләнәләр.

– Уларҙың йәйендәрен электән беләбеҙ. Ул һимеҙ түгел, диетик яҡтан файҙалы һәм бик тәмле. Тәме лә бик нескә генә. Әгәр был йәйен менән борсаҡ ашы бешер­һәң, тел йоторлоҡ ризыҡ килеп сыға, – ти уның балығы тураһында Өфө һатып алыу­сыһы Оксана.

Эшҡыуарҙың артабан да киңәйеү өсөн пландары ҙур. Тәү сиратта булған бинаны йүнәтергә, һыуытҡыс ҡора­малдар ҡуйырға һәм яңы цехтар асырға кәрәк. Мәҫә­лән, тиҙҙән фермала ыҫлау һәм эшкәртеү цехтары эшләй башлаясаҡ. Эльвира Несмиянова хатта йәйендән колбаса яһарға ниәтләй.

– Киләсәктә балыҡ етеш­те­реүҙең тулы циклын үҙ­ләштерергә уйлайбыҙ: был үрсетеү, тауар төрөнә тиклем үҫтереү һәм һуңғы продуктҡа тиклем эшкәртеү. Тәрән эшкәртеү цехы эшен башлар өсөн кәрәкле ҡорамал алынды: ыҫлау ҡорамалы, туң­дыр­ғыс камералар, сәнәғәт ит турағысы, өҫтәлдәр. Аҙаҡ һатыу өсөн балыҡ консервалары, фарш, ярымфабрикаттар: кәтлит, манты, билмән һәм башҡа ризыҡ етеште­рәсәкбеҙ.

Подвалдағы ваннала ғына ба­лыҡ үрсетә башлап, ошондай уңыштарға өлгәшкән Эльвира Несмиянованың тәжрибәһе күптәр­гә үрнәк булырлыҡ. Яҡташтары эш­ҡыуарҙарының ошондай ҡы­ҙыҡлы проектын ҙур шатлыҡ ме­нән күҙәтеп бара. Теләге булған­дарға дәртләнер, тәүәккәлләр өлгө ул, айырыу­са башлап тороусы эшҡы­уарҙарға республика программалары ярҙам итеп торған саҡта.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА 

Читайте нас: