1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан редакциябыҙ коридоры йылдағыса бәләкәстәрҙең шат тауышына күмелде. Матур йолабыҙға тоғро ҡалып, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балалар баҡсаһы йәшендәге ҡыҙҙарын һәм улдарын фото төшөүгә саҡырҙыҡ. Араларында шаяны ла, бер аҙ оялсаны ла, иркәһе лә, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған етдиһе лә бар ине бәләкәстәрҙең. Улар менән бергә мәж килеп, үҙебеҙ ҙә күңелле, самими бала саҡҡа ҡайтып урағандай булдыҡ.
Журналист Әлфиә Минғәлиеваның өлкән ҡыҙы Юлиә быйыл балалар баҡсаһын тамамлап, мәктәпкә барырға йыйына. Ул уҡый, яҙа, һанай белә, мәктәпкә әҙерлек курстарына йөрөп, уҡыусы тормошо менән танышып та өлгөргән. Юлиәгә айырыуса инглиз теле, математика дәрестәре оҡшаған. Уның бер туған һеңлеһе Камилаға – биш йәш. Апаһы ыңғайына инглизсә арыу уҡ һүҙҙәр өйрәнгән, беҙгә унға тиклем һис яңылышмайынса һанап күрһәтте.
Тыныс холоҡло секретарыбыҙ Рәзилә Абыҙгилдинаның ҡыҙы Самира ла иплелеге, һәр һорауға аныҡ, төплө яуап биреүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Самира йырларға, бейергә ярата, “Тамыр” балалар студияһына ихлас йөрөй, “Иләү”, “Әкиәт китабы” тапшырыуҙарының алып барыусыһы ла ул. Ағаһы Динислам да ошо студияла шөғөлләнгәс, Самира уның репертуарындағы барлыҡ йырҙарҙы ятлап алған.
Тимур Зәйнетдиновҡа – алты йәш, балалар баҡсаһында тхэквондо түңәрәгендә шөғөлләнә икән. “Ҙурайғас, атайым кеүек полиция хеҙмәткәре булырға уйлайым”, – тине лә, аҙыраҡ уйланып торғас: “Бәлки, икенсе һөнәр һайлармын”, – тип ҡуйҙы. “Киләһе йыл мәктәпкә инде һиңә. Барғың киләме?” – тип һорағас, “Юҡ, Камилла апайым, баҡсала рәхәтерәк, тип әйтә. Етмәһә, өйгә эште күп бирәләр”, – тип етди генә яуапланы журналист Айһылыу Низамованың улы.
Баш мөхәррир урынбаҫары Рәшит Зәйнуллиндың иркә генә ҡыҙы Сафияға тиҙҙән дүрт йәш туласаҡ. Балалар баҡсаһына йөрөй, “ҙурайғас, врач апай булам”, ти ул. Ике йәшлек ҡустыһы Кәримде ныҡ ярата, уны ҡарауҙа ихлас ярҙамлаша. “Ҡустым әле бәләкәй, шуға уны алып килмәнек”, – тине Сафия.
Декрет ялында ултырған коллегабыҙ Таңсулпан Рәсүлеваның улдары дүрт йәшлек Ихтияр менән ике йәшлек Ҡаһарман бик етди егеттәр булып сыҡты. Социаль селтәрҙә “ҡурайсы малайҙары” булараҡ билдәле улар, сөнки әсәләре уларҙың мәҙәктәрен интернетта даими яҙып бара. Атайҙары – ҡурайсы Айҙар Байтимеров күптән түгел икеһенә лә бәләкәй генә ҡурай алып ҡайтҡан. Ихтияр ярайһы уҡ һыҙғыртырға өйрәнеп алған.
Бына шундай һөйкөмлө лә, талантлы ла балалар үҫә хеҙмәттәштәребеҙҙең ғаиләләрендә. Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуып, атай-әсәйенең ҡурсыуында, һөйөү-наҙға сорналып, тыныс аяҙ күк йөҙө аҫтында үҫһен!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.