Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 22:30

Улар беҙҙең өсөн иң яҡыны

“Башҡа төбәктәрҙәге коллегалар үпкәләмәһен, шулай ҙа..."

Улар беҙҙең өсөн иң яҡыны
Улар беҙҙең өсөн иң яҡыны

Бөгөн Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ике республика араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы 2022-2024 йылдарға саралар планына, шулай уҡ төбәктәр араһында сиктәр урынлашыуы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең бизнесты алып барыуҙы ябайлаштырыу һәм төбәктәрҙе инвестициялар яғынан ҡыҙыҡтырырлыҡ итеү ҡарарын тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнгән. Ике республика араһындағы сиктең оҙонлоғо 498,8 саҡрым тәшкил итә.

Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ике республика етәксеһе 2019 йылдың апрелендә Өфөлә ҡул ҡуйғайны.

* * *

Эшлекле осрашыуҙа Р. Хәбиров менән Р. Миңлеханов уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара бәйләнеште нығытыу мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

– Беҙ һеҙҙе Татарстанда күреүгә һәр саҡ шатбыҙ, – тине Р. Миңлеханов  һәм республикалар араһындағы бәйләнеште нығытыуға иғтибары өсөн Башҡортостан Башлығына рәхмәт белдерҙе. 

Радий Хәбиров та Татарстан етәксеһенә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә бүлгән иғтибары өсөн рәхмәтен еткерҙе. “Бөгөнгө ябай булмаған социаль-иҡтисади шарттарҙа ике төбәк араһыдағы хеҙмәттәшлек айырым мәғәнәгә эйә", – тип билдәләне Р. Хәбиров.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә ошоға бәйле яҙма ла ҡуйҙы. “Башҡа төбәктәрҙәге коллегалар үпкәләмәһен, шулай ҙа беҙгә Татарстандағы ҡәрҙәштәрҙән дә яҡыныраҡ кеше юҡ. Ҡайһы саҡта үҙ-ара ярышып китһәк тә, беҙҙең иҡтисадыбыҙ оҡшаш, республикаларыбыҙ бер-береһен тулыландыра. Бөгөн Рөстәм Нурғәли улы менән 2019 йылда төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы 2022-2024 йылдарға саралар планына ҡул ҡуйҙыҡ. Иҡтисадта, фәндә, мәҙәниәттә тәғәйен аҙымдарҙы билдәләнек. Дөйөм файҙа өсөн эшләйәсәкбеҙ, белем һәм тәжрибә менән бүлешәсәкбеҙ. Алға!” – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты; vk.com/radiyhabirov

Улар беҙҙең өсөн иң яҡыны
Улар беҙҙең өсөн иң яҡыны
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: