Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2022, 10:15

Яңы етәкселәр тәғәйенләнде

Радий Хәбиров уларға уңыштар теләне. 

Яңы етәкселәр тәғәйенләнде
Яңы етәкселәр тәғәйенләнде

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадр тәғәйенләнештәре тураһында хәбәр итте.

Үткән аҙнала Башҡортостанда яңы Һаулыҡ һаҡлау министры тәғәйенләнде. Ул – 35 йәшлек Айрат Рәхмәтуллин.

– Әле йәш етәксе булһа ла, үткән юлы бик яҡшы. Бар ғүмерен медицинаға арнаған. Медбрат булып эшләй башлаған, аҙаҡ етәксе вазифаларға еткән. Һуңғы эш урыны 18-се ҡала дауаханаһы ине. Беҙ барыһын да ентекләп тикшерҙек. Ул Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында стажировка үткән, – тине Радий Хәбиров.

Быға тиклем торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Агапов Башҡортостан буйынса федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

– Беҙҙең яңы партнерыбыҙ бар. Марат Вахитов республикала һалым системаһын булдырыу өсөн оҙаҡ һәм уңышлы эшләне, хәҙер эстафета яңы кешегә тапшырылды. Барыһы ла яҡшы булыр тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.

Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын ведомство башлығы урынбаҫары, баш дәүләт торлаҡ инспекторы Артур Дәүләтшин башҡарасаҡ.

Тағы бер тәғәйенләү Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына бәйле. Хәҙер идаралыҡтың начальнигы булып Александр Линкевич эшләйәсәк. Элекке етәксе Урал Фәрүәзов “Башспирт” компанияһы директоры тип тәғәйенләнгән.

– Александр Евгеньевич Линкевич – һеҙ уны һәйбәт беләһегеҙ, идаралыҡта тәүге йыл ғына эшләмәй. Компетентлы һәм принципиаль кеше, – тине уның тураһында Радий Фәрит улы.

Александр Евгеньевич Линкевич 1977 йылдың 25 февралендә Одесса өлкәһенең Новоукраинка ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡытыусы булып башлай.

2000-2018 йылдарҙа – өлкән уҡытыусы, социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы доценты, криминология һәм психология кафедраһы начальнигы, эске эштәр органдарында идара итеү кафедраһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының эске эштәр органдарында идара итеү кафедраһы начальнигы.

2019-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Контроль идаралығының идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары – инспекция бүлеге мөдире, идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары – йөкләмәләр үтәлешен контролдә тотоу бүлеге мөдире.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: