Белорет ҡалаһынан Айгөл Ғәлимйәнова социаль селтәрҙә бер туған ҡустыһы Раян Зәйнуллинды табыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уның рөхсәте менән беҙ әлеге яҙманы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
“Һаумыһығыҙ! Бер туған ҡустым Раян Зәйнуллинды табырға теләйем. Уны ике йәки өс йәш тирәһендә бер ғаилә тәрбиәгә алды. Беҙ ул саҡта Үҙән балалар йортонда инек. Был хәл 1996 йылда булды, тип иҫләйем.
Уны табып, аралашҡым килә. Әлбиттә, ул мине иҫләмәй. Бәлки уның хаҡында белеүселәр барҙыр, зинһар ярҙам итегеҙ.
Әлеге фотоһүрәтте 1996 йылда төшөрөп, бәлки, берәй ғаилә тәрбиәгә алыр тип, беҙҙең хаҡта гәзиттә яҙҙылар. Был - беҙҙең бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтебеҙ. Раян уртала ҡыҙыл машина тотоп ултыра. Әгәр ҡустым хаҡында ниндәй булһа, мәғлүмәт белһәгеҙ, зинһар миңә яҙығыҙ”, - тип яҙҙы Айгөл Ғәлимйәнова.
Айгөл менән бәйләнешкә инеү өсөн уның сәхифәһе: https://vk.com/id674812054
Фото һәм сығанаҡ: Айгөл Ғәлимйәнованың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.